Барыһы ла тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Р. Сәйетова етәкселегендә әҙерләнгән ауыл эш-ҡыуарҙары проблемалары тура-һындағы тикшеренеү эшенән башланды. Материал йыйыу өсөн ҡыҙ инде уңышлы ғына эшләүсе һәм яңы эш башлаған күп фермерҙар һәм эшҡыуарҙар, шулай уҡ урындағы хакимиәт вәкилдәре менән осрашты.
Артабан Алина “Мин – эшҡыуар” төбәк йәштәре форумында ҡат-нашты һәм ҡатнашыусылар ара-һындағы рейтингта иң күп тауыш йыйҙы.
Мәскәүҙә ҡыҙ үҙенең эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге тәжрибәһе – тәнгә ҡына менән рәсем яһау (мехенди) тураһында ла һөйләне. Баһалама ағзаларына уның сығышының аңлайышлы, фекерҙәренең дәлилле булыуы, ыңғай тәжрибәһе һәм яңы еңеүҙәргә ынтылышы оҡшаны.
ҡыҙыҡлы һәм өмөтлө проекты өсөн Алина РФ Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы, иҫтәлекле бүләк һәм Бөтә Рәсәй акцияһы логотибы төшөрөлгән футболка менән бүләкләнде. Бынан тыш, ул Мәскәүҙән ҙур тәьҫораттар, лайыҡлы белем алыу һәм үҙен бизнесҡа арнау теләге менән ҡайтты. Мәскәүҙә ул яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр тапты.
Алина Мостафинаға мәктәпте уңышлы тамамлауын, имтихандар-ҙы яҡшы тапшырып, хыялын тор-мошҡа ашырыуын теләйбеҙ.