+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Октябрь 2017, 19:12

Бөгөндән – ҙур юлға! Хәйерле сәғәттә!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең түбәндәге шиғыр юлдары инде нисә быуын мәктәп уҡыусыларын белем иленә оҙата:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең түбәндәге шиғыр юлдары инде нисә быуын мәктәп уҡыусыларын белем иленә оҙата:

"Бына ул көн! Бөтә бала

Һағынды өҙөлөп һине,

Балалыҡ менән йәшлектең

Иң гүзәл, яҡты көнө!"

Ысынлап та, 1 сентябрь – иң матур байрамдарҙың береһе. Яңы костюмдар кейгән малайҙар, ап-аҡ алъяпҡыс бәйләгән ҡыҙҙар сентябрҙең ҡояшлы тәүге иртәһендә мәктәпкә ағыла. Ҡулдарында – яратҡан уҡытыусылары өсөн әҙерләнгән гөлләмәләр. Йәйге каникулдар ваҡытында үҙҙәренең бер башҡа үҫеп китеүҙәренә лә ҡыуанған йөҙҙәрҙә нур балҡый.Мәктәп коридорҙары, уҡыу кабинеттары йәйге тәьҫораттарҙан шау-гөр килә. Уҡыусылар ғына түгел, мәктәпкә килгән ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә күркәм тантананың башланыуын көтә.

Сараны директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Р. Хөснөтдинова асып ебәрҙе. Мәктәп директоры В. Нурисламов балаларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләне. Баҡалы район Советы рәйесе, район үҙәк дауаханаһы баш табибы Гөлфиә Хәйбрахманованың сығышы һәр баланың һәм килгән ҡунаҡтарҙың, ата-әсәләрҙең күңеленә хуш килде. Ул балаларҙы тырышып уҡырға, ҙур маҡсаттар ҡуйырға өндәне, ата-әсәләрҙе ошо изге юлда балаларҙың төп терәге булырға саҡырҙы. Педагогия хеҙмәте ветераны Эльвира Шәкүрова ла байрам шатлығын уртаҡлашты. Байрам тантанаһын дауам итеп, бер төркөм уҡыусылар мәктәп һәм белем, уҡытыусылар тураһында йырҙар йырланы, ши-ғырҙар һөйләне.

Ҡатай урта дөйөм белем биреү мәктәбе быйылғы уҡыу йылында 103 уҡыусыны ҡабул итте. 11 бала мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр баҫты. Уларҙы тәжрибәле уҡытыусы И. Күсемова үҙ ҡанаты аҫтына алды.Илфира Әхнәф ҡыҙы етәкселегендә беренселәр ҙә матур итеп шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап һәләттәрен күрһәтте. Уларҙың сығышы, һәр ваҡыттағыса, байрамдың иң матур өлөшөнә әүерелде. Өлкән класс уҡыусылары беренселәргә Белем иленең асҡысын тапшырҙы. Ата-әсәләр исеменән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Белем байрамы менән И. Хафизов ҡотланы.Бәләкәстәргә улар бүләктәр ҙә әҙерләгәйне.

Ниһайәт, дәрестәргә саҡырыр мәл етте, еҙ ҡыңғырау 10-сы класс уҡыусыһы Руслан Вәлиев һәм 1-се класс уҡыусыһы Айсель Күсемова ҡулында сыңланы.

Тәүге дәрес-класс сәғәте “Киләсәк-
кә баға Рәсәй” темаһына бағыш-
ланды. Презентациялар, фильмдар-ҙан өҙөктәр менән байытылған патриотик йөкмәткеле дәрестәр бер тында үтте, балалар алдына киләсәккә ҙур бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды.

Быйылғы уҡыу йылының тәүге көнө мосолман донъяһының иң изге байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамы менән тап килде: мәсеттәрҙә аҙан яңғыраһа, мәктәптәрҙә ҡыңғырау сыңланы. Шуға күрә изге көндә башланған уҡыу йылын тик уңыштарға һәм яҡшылыҡтарға ғына юрағы килә.

Читайте нас: