+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Сентябрь 2017, 13:21

Мәктәп тәрбиәләнеүселәрен көтә

Балалар сәнғәт мәктәбендә яңы уҡыу йылына әҙерлек тамамланды. Коллектив алдында торған төп бурыстар иҫәбендә – уҡыу өсөн кәрәкле шарттар булдырыу һәм өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында хәүефһеҙлек тәьмин итеү.

Директорҙың хужалыҡ бүлеге буйынса урынбаҫары Т. Коновалова етәкселегендә мәктәптең концерт залына ағымдағы ремонт үткәрелде. Бында В. Николаев һәм Н. Иванов хореография станогы һәм көҙгөләр урынлаштырҙы, С. Санникова, Л. Семенова һәм Р. Ғиниәтуллина мәктәп фойеһында, кластарҙа, коридорҙарҙа еңелсә ремонт яһаны, күтәрмә яңыртылды. Мәктәп яны территорияһында үлән даими сабыла, сүп-сар йыйыштырыла.

Мәктәптең яңыртылған би-наһында яңы уҡыу йылында ижади үрҙәр яулау өсөн Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларҙы түҙемһеҙләнеп көтә.

Читайте нас: