Эш ни бары туған башҡорт телебеҙгә бәйле: уртаһында һыҙат булған өс түңәрәк формаһында ҡала исеме, йәғни "ӨФӨ ", тәүге ҡарамаҡҡа өс шөрөп кеүек күренә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡаланы ғына түгел, тимер юл станцияһын (вокзал) һәм аэропортты ла бәғзеләр шул уҡ атама менән, йәғни «Өс шөрөп» тип йөрөтәләр. Ғөмүмән, был атама тәүҙә Өфө аэропортына бирелгән, тип иҫәпләнә, сөнки уның ҡыйығына "ӨФӨ" тигән ҙур яҙыу ҡуйылған.
Ҡайһы бер ижади шәхестәр атаманы мәңгеләштереү идеяһы менән яна. Мәҫәлән, баш ҡалала скульптура композицияһы бар, уны ла халыҡ араһында «Өс шөрөп» тип атайҙар. Һәйкәл Ленин урамында, Милли китапхананан йыраҡ түгел аллеяла урынлашҡан.