+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль 2022, 15:45

Туймазы районында юлдарҙа 18 фотовидеотеркәү камераһы ҡуйылды

Алты юл комплексы М5 трассаһы буйында урынлашҡан.

Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү маҡсатында фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла. 1 мартҡа республика биләмәһендә уларҙың һаны 1,8 меңдән артырға тейеш. Шуларҙың 18-е Туймазы районында урынлашасаҡ.

Республика Транспорт министрлығының 12 стационар комплексы ҡала эсендә эшләйәсәк. Мичурин һәм Островский урамдарында - икешәр, Чапаев урамына өсәр камера ҡуйыла. Комаров, Ленин, Октябрҙең 70 йыллығы, Фабрика, Ғәфүров урамдарында берешәр станция ҡуйыла. Алты стационар камера М5 трассаһы буйлап урынлашҡан.

Республикала барлыҡ камераларҙың ҡайҙа урынлашыуы менән интерактив карта ярҙамында танышырға мөмкин. Уға http://svkrb.ru/kam/index.html һылтанма буйынса инергә мөмкин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: