Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән “тура бәйләнеш”тә алып барған һөйләшеүен бөтә республиканың киң йәмәғәтселеге һәм халҡы ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Һеҙҙең иғтибарға танылған ғалим, педагогика фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВтың фекерен тәҡдим итәбеҙ.
- Мин тәү сиратта республика Башлығының киң даирәле белемен, төрлө тармаҡтарҙың эшмәкәрлеге, уларға ҡағылышлы проблемалар хаҡында ныҡлы хәбәрҙар булыуын айырып билдәләр инем. Төрлө тармаҡтарға – юлдар торошо, ауыл хужалығы, төҙөлөш, йылытыу миҙгеле һәм башҡаларға ҡағылышлы һорауҙар бер-бер артлы яңғырап ҡына торҙо. Республика Башлығы уларҙың һәр береһенә төплө яуаптар бирҙе, һәммәһенә ҡарата төплө фекере барлығын күрһәтте.
Ғәҙәттә, бындай “тура бәйләнеш”тәрҙә иң ауыр һорауҙар бирелә. Уларҙың күптәре дәүләт өсөн ваҡ мәсьәлә, ә кешеләр өсөн мөһим һәм, минең уйлауымса, береһе лә Башлыҡтың, етәкселектең иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ.
Ҡайһы бер һорауҙар тиҫтәләрсә йылдар буйы хәл ителмәгән проблемаларға ҡағылды. Башҡа берәү булһа, “был мәсьәлә миңә тиклем үк бар ине” тип аҡланыр, башҡаларға япһарыр ине, ә Радий Фәрит улы: “Эйе, проблема бар һәм беҙ уны мотлаҡ яйға һаласаҡбыҙ”, - тип бик ышаныслы яуап бирҙе. Ғөмүмән, миңә республика Башлығының үҙен ышаныслы тотоуы, төплө яуаптары оҡшаны, был күңелдә өмөт, республиканың үҫешенә, халыҡтың яҡшы тормошона ышаныс уятты, - тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Әлфис Суфиян улы.
Фото: "Башинформ".
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова