-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июнь 2021, 15:19

Туймазы делегаттары лайыҡлы наградалар алып ҡайтты

«Беҙҙең бурыс – йәштәрҙә тыуған яҡҡа, уның тарихына һөйөү тәрбиәләү”.

«Беҙҙең бурыс – йәштәрҙә тыуған яҡҡа, уның тарихына һөйөү тәрбиәләү”. Ошо девиз аҫтында күптән түгел Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үтте.
Туймазынан форумға 5 кеше барҙы - Альберт Исмаил (БИКЦ баш белгесе), Марат Ғәйнетдинов (АНО "Шәжәрә" региональ вәкиле), Зөлфиә Краснова ("Тамға" ойошмаһының хужаһы), Юрий Бирюзов (Х.Султанов исемендәге эҙләүселәр отряды етәксеһе) һәм Раян Баһаутдинов ("Ҡыҙыл балыҡсы" музейы хужаһы)

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев айырым ҡунаҡтарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Улар араһында беҙҙең Туймазы делегаттары ла булды - Альберт Әҙип улы Исмаил һәм Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова.
Лайыҡлы наградалар менән һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, хөрмәтле тыуған яҡты өйрәнеүселәр!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: