“Вконтакте” махсус ҡушымтаһындағы “Бакалинские зори” гәзитенең социаль төркөмөндә “Сығарылыш синыф уҡыусыһы-2021” фотоконкурсы уҙҙы. Баҡалылар ҡатнашыусылар араһында иң матур һәм һөйкөмлө уҡыусы ҡыҙҙы һайланы.Иң күп тауыш Мостафа урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Алһыу Әбсәләмоваға бирелде. Икенсе урында – Иҫке Маты урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Илнара Зәйнетдинова. Өсөнсө урында – Баҡалы 1-се урта мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Регина Шәйхрәзиева.
Бәйгенең район этабынан һуң республика туры башланды, унда Баҡалы районы данын беренсе урынға эйә булған Алһыу Әбсәләмо-ва яҡлаясаҡ. Тауыш биреү “Молодёжная газета” менән берлектә уҙа, унда республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәрен тамамлаған уҡыусы ҡыҙҙар “Башҡортостандың иң һөйкөмлө сығарылыш синыф уҡыусыһы-2021” титулы өсөн ярыша.
Район этабының “Сығарылыш синыф уҡыусыһы-2021” фотоконкурсы иғәнәселәре – “ZARA” матурлыҡ салоны хужабикәһе Альбина Хәмиҙуллина, шәхси эшҡыуар, “Лидер” магазины хужабикәһе Светлана Сәйфуллина, “Анастасия” матурлыҡ салоны хужабикәһе Оксана Чернова.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, хеҙмәт-тәшлек һәм конкурста ҡатнашҡан сығарылыш синыф уҡыусыларына бүләктәр өсөн иғәнәселәргә айырым рәхмәт белдерәбеҙ!