+11 °С
Ясно
Общие статьи
18 Июня 2021, 09:20

Баҡалы районындағы фестивалдә 1050 кеше сығыш яһаны

БР-ҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына һәм Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылына бағышланған “Агитмарафон-2021” район халыҡ ижады фестивале тамамланды. Ике ай буйына баҡалылар вокаль, бейеү һәм театраль номерҙар башҡарған меңдән артыҡ ҡатнашыусы сығышын ҡараны.

БР-ҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына һәм Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылына бағышланған “Агитмарафон-2021” район халыҡ ижады фестивале тамамланды. Ике ай буйына баҡалылар вокаль, бейеү һәм театраль номерҙар башҡарған меңдән артыҡ ҡатнашыусы сығышын ҡараны. Гала -концерт фестиваль еңеүселәрен асыҡланы.
Фестивалдә барлығы 1050 кеше сығыш яһаны, улар 5 меңдән артыҡ тамашасыны йыйҙы.
Гала-концерт барышында бүләкләүҙәр ҙә булды. Район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре һәм әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Балалар сәнғәт мәктәбе, “Сказка”, “Буратино”, “Радуга” балалар баҡсалары, Балалар ижад йорто аҡсалата премия менән бүләкләнде.
“Тамашасылар симпатияһы призы” номинацияһында еңеүсе Иҫке Маты ауыл мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр сәнғәт коллективы, “Иң яҡшы видеобиҙәлеш” номинацияһында еңгән Нуғайбәк ауыл мәҙәниәт йорто методисы Серик Дугашев дипломдар һәм аҡсалата приздар алды.
Призлы урындарға сыҡҡан коллективтар дипломдар һәм аппаратура алыу һәм сәхнә костюмдары тегеү өсөн аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Өсөнсө урынды Урманай ауыл биләмәһе үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары(Урманай, Һөйөндөк,Ҡамай,Таллы-Сыза ауылдары), Яңы Урсай ауыл биләмәһе үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары(Яңы Урсай, Нуғайбәк ауылдары), Мостафа күп функциялы комплексы үҙешмәкәр сәнғәт коллективы алды.
Икенсе урынды Диәш ауыл биләмәһе үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары(Иҫке Әзмей, Диәш), Ахман ауыл биләмәһе үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары(Ахман, Иҫке Балыҡлы) яуланы.
Беренсе почетлы урын Яңы Ҡатай ауыл мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр коллективына бирелде.
Фестиваль сағыу һәм матур йөкмәткеле номерҙарға бай булды. Талантлы яҡташтарыбыҙ шулай тамашасыларҙы оҫталыҡтары менән һөйөндөрөп торалар, тыуған районды данлайҙар.
Читайте нас