+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июнь 2021, 10:38

Туймазыла быйыл һабантуй үҙәк ҡала паркында уҙҙы

Быйылғы һабантуй Туймазыла ошо райондан сыҡҡан билдәле шәхестәргә, почетлы граждандарға, иҫтәлекле урындарға күргәҙмәләр арналды.

Быйылғы һабантуй Туймазыла ошо райондан сыҡҡан билдәле шәхестәргә, почетлы граждандарға, иҫтәлекле урындарға күргәҙмәләр арналды. Ауыл кешеләре үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөп алып килгән ине. Ҡайһы берҙәрендә ғаиләләрҙең йөҙәр йыллыҡ тарихы һаҡлана.
- Туймазылар тамырҙарына, тарихтарына үтә иғтибарлы булыуы менән айырылып тора, – ти бай рамға килгән Башҡортостандың стратегик эҙләнеүҙәр институты белгесе Юлдаш Йосопов, – Шулай ҙа бөгөн ҡайһы бер шәжәрәләргә ҡайта-ҡайта иҫ китте: әлеге көндә Мәскәү өлкәһендә йәшәгән, үҙе Туймазынан сыҡҡан бер кеше шәжәрәһен бар тарихи ҡанундарға нигеҙләп төҙөгән.
Паркта һәр ырыу айырым тирмәләргә бүленгән, үҙҙәренең тамғалары менән билдәләнгән. Һәр кем был тирмәләргә инеп төньяҡ-көнбайыш башҡортоноң милли көнкүреше, кейеме менән таныша ала ине.
Читайте нас: