+13 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июня 2021, 07:23

Тәмле аш булһын, дуҫтарым!

Тамыр" балалар телеканалының алып барыусыһы Гөлназ Ишемғолованан салат рецептары.

Тамыр" балалар телеканалының алып барыусыһы Гөлназ Ишемғолованан салат рецептары.
”Орбита”, “Дружба” сырын үҙен генә ашамайбыҙ, төрлө турама эшләйем мин унан. Көтмәгәндә ҡунаҡ килеп керһә, йә ашығыс ваҡытта тамаҡ ялғар өсөн шунан да шәп нәмә юҡ. Ошо иретелгән сырҙан бер-нисә төрлө турама (салат) яһарға була.
Иң ябай рецепт. Һарымһаҡ ҡушып, майонез менән бутайһың инде, уның нимәһе бар!


????Ә тағы ла мин ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән һарымһаҡҡа краб итен йә таяҡсаларын, тоҙло ҡыярҙы, йәшел тәмләткес үләндәрҙе ваҡ итеп турап ҡушам.

????Быныһы бер вариант, икенсе вариант-бер ҡап иретелгән сыр, 2 теш һарымһаҡ, бешкән йомортҡаны ҡушырға. Аңлағанһыңдыр инде, барыһын да ҡырғыстан үткәрәм. Бындай турама –иң туҡлыҡлыһы.

????Өсөнсө вариант- ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән һарымһаҡҡа ваҡ ҡына итеп туралған ҡыяр ҡушырға ла, майонез менән бутарға. Йәшел тәмләткес үләндәрҙе үҙең теләгәнсә самалап ҡушаһың инде. Бына минең малайҙар укроп, петрушка яратмайҙар, шуға ҡушмай ҙа эшләйем. Әйткәндәй, турама итеп ашарға теләмәһәгеҙ, рәхәтләнеп ошо массаны икмәккә һылап ашарға ла була!
Читайте нас