+14 °С
Облачно
Общие статьи
8 Июня 2021, 05:40

Кесерткән ашы тәмле лә, файҙалы ла

Һуған, кишер, йомортҡаны ваҡлап турап, 1 стакан һыу, тоҙ, май ҡушып, быҡтырырға ҡуйығыҙ.

Һуған, кишер, йомортҡаны ваҡлап турап, 1 стакан һыу, тоҙ, май ҡушып, быҡтырырға ҡуйығыҙ. Икенсе һауытта кесерткәнде бешерегеҙ. Уны һөҙөп алып, ваҡлап турағыҙ ҙа, бешкән һыуына кире һалығыҙ. Тәүге кәстрүлдәге аштың һыуы бөтөп, майы ғына ҡалһа, кесерткәнде һалып, 10 – 15 минут әкрен генә ҡайнатығыҙ. Туралған картуф, тоҙ өҫтәгеҙ. Картуф бешеп сығыуға аш әҙер булыр. Уттан алғас, укроп, йәшел һуған, петрушка кеүек тәмләткестәр ҡушырға мөмкин. Аш өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирелә.
Аш өсөн 500 г кесерткән, 4 йомортҡа, бер кишер, бер баш һуған, 80 г иретелгән май, 150 г ҡаймаҡ, самалап тоҙ алына.
Читайте нас