Һуңғы йыл, йыл ярым арауыҡта халыҡтың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында ебәрелгән кеүек был афәт – Ковид-19. Сөнки быға тиклем сәғәт тә тәүлек әйләнәһенә артыҡ шәп сапҡан кеүек ине, һис нәмәгә өлгөрөп булманы. Сабыйҙар көнө-төнө эш тип сапҡан ата-әсәһен күрмәһә, ололар үҙ балаларын да саҡ көтөп алалар ине. Ауырыу таралып, халыҡты өйҙәренә бикләгәс тә, яңғыҙаҡ ололарға бик ауырға тура килде.
Магазинға аҙыҡ-түлек артынан йөрөү, дарыуханаға барыу, хатта сүп-сар түгеү кеүек көндәлек ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарыу ҙа сикләнде. Бына ошондай ваҡытта Туймазы районы һәм ҡалаһы халҡына күрһәткән ярҙамы һанап бөткөһөҙ ине “Исток” халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең.
Земфира Ғәлиева етәкләгән коллектив ике бүлектән тора – береһендә Светлана Хисамова, икенсеһендә Альбина Сарвартдинова етәкселек итә. Социаль хеҙмәткәрҙәр 68 кешенән тора. Улар үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Ололарҙы ихтирам иткән, уларҙы бар күңелен биреп тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар эшләй бында. “Телефон көн дауамында шылтырап ҡына тора”, – ти Альбина Рәшит ҡыҙы. ”Кемгәлер дарыуханаға барып килергә кәрәк, икенселәрҙең аҙыҡ-түлеге бөткән. Дауаханала ятҡандарҙы ла барып хәстәрләп ҡарайҙар хеҙмәткәрҙәр”. Бында шулай уҡ 1,2,3-сө төркөм инвалидтарҙы ла хеҙмәтләндерәләр. 3 йәшкә тиклемге һәм мөмкинлектәре сикләнгән инвалид балаларҙы 18 йәшкә тиклем ҡарайҙар. Йәшәү минимумы тулмаһа – бушҡа, әгәр тулһа – хеҙмәт түләүле.
Ә клиенттарҙы нисек табаһығыҙ?, – тигән һорауыма ошондай яуап алдым – “Ойошманың тарифы бар, башта килешеү төҙөйбөҙ. Уның эсенә дарыуханаға, магазинға барып килеү, сүп-сар түгеү, иҙән йыуыу кеүек башҡа эштәр инә. Ятып ауырығандарҙы ҡарауға ла килешеү төҙөлә икән.
Һуңғы арала йәш әсәләр ҙә йыш мөрәжәғәт итә. Улар йәш балаларын ҡалдырып, фитнес клубҡа йә иһә башҡа йомоштарын йомошларға бара ала. Күптәр беҙҙең ойошманың хеҙмәт өсөн түләүен дөрөҫ аңламай. Пенсионерҙарҙың пенсия аҡсаһынан тотоп ҡалалар тип яңылыш уйлаусылар бар. Улай түгел. Әйтеп үткәнемсә, килешеү төҙөп, тарифҡа ярашлы күрһәткән хеҙмәт өсөн аҡсаны әбекәй социаль хеҙмәткәргә бирә. Ул иһә, үҙ сиратында, ойошманың бухгалтерына алып килеп тапшыра һәм квитанцияны кире пенсионерға ҡайтарып бирә. Хеҙмәт күрһәтеү ҡыйбат түгел, клиенттарыбыҙ ҡәнәғәт. Бөтөнләй ҡараусыһыҙ ҡалғандарҙы ҡарттар йортона урынлаштырабыҙ, яңғыҙ ҡалып вафат булыусыларҙы һуңғы юлға лайыҡлы оҙатабыҙ. Вафатынан һуң 3,7,40 көндәренә тиклем билдәләйбеҙ, барлыҡ документтарын да үҙебеҙгә йыйырға тура килә.Сөнки ҡарттарыбыҙ ҡыҙҙарыбыҙға шул тиклем ылығып китә, уларҙың нәҙер итеп әйтеп ҡалдырған һуңғы һүҙҙәрен үтәмәү мөмкин түгел, – ти Альбина Рәшит ҡыҙы һөнәрҙәренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.
15 йыл эшләү дәүерендә үҙәктең йолалары ла формалашҡан. Мәҫәлән, юбилярҙарҙы ҡотлау, “Бабушкин погребок” кеүектәрен көтөп алалар икән. Көҙ көнө бында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар һәр береһе үҙ баҡсаһынан емеш-еләк алып килеп, һәр клиентҡа берәр пакет күстәнәс әҙерләй. Ирекмәндәр ярҙамы менән “Таҙа ихата”, “Таҙа тәҙрә” кеүек акциялар ҙа йыш үткәрелә бында. Ололар көнөндә, 9 Май байрамында бигерәк тә көтөп алалар үҙҙәрен. Ҡала һәм район халҡы ла битараф түгел. Әленән әле кейем-һалым, мебель, түшәк кәрәк-яраҡтары менән дә ярҙам итеүселәр бар.
Үткән йыл, вирус ваҡытында, ирекмәндәр менән бер рәттән бушҡа эшләгәндәр бында. Күңел биреп, эштәрен яратып башҡаралар хеҙмәткәрҙәр, тип йылы тәьҫораттары менән бүлеште етәкселек. Бер хеҙмәткәргә 18-19 клиент тура килә. Эш хаҡы килешеүҙән һәм премиянан тора. “Эшкә урынлашырға теләүселәр күп, әммә буш урындар юҡ тиерлек. Стажировка 3 ай. Башта һөйләшеү ойошторола. Эшебеҙҙең еңел түгеллеген аңлатам. Оло кешеләр менән нисек аралашыуын, мөнәсәбәтен теге йәки был һорауҙар аша асыҡлайбыҙ. Бында бер юлы психолог та, етәксе лә, уҡытыусы ла булаһың ҡайһы саҡ. Эшем оҡшай. Коллектив татыу, берҙәм. Ҡыҙҙар беҙҙе, етәкселәрҙе һәм тәрбиәләнеүселәрҙе ярты һүҙҙән, хатта күҙ ҡараштан аңлай тип әйтер инем”, – тип тыйнаҡ йылмая Альбина Рәшит ҡыҙы Сарвартдинова. “Эйе, эшебеҙ ауыр, яуаплы. Әммә беҙ булмаһаҡ, ҡараусыһыҙ ҡалған апай-ағайҙар, инвалидтар ни эшләр? Кемгә булһа ла был миссияны үтәргә кәрәк бит”.
Тормош ҡына ҡатмарлашып китте. Халыҡ бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтлерәк булһа ине. Ул сағында болотло көндәр ҙә ҡояшлы, ҡара оҙон төндәр ҙә йондоҙлораҡ булыр ине.
8 июнь – Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан “Исток” халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һәр береһенә ғаилә бәхете, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Аяуһыҙ яҙмышҡа дусар булғандарҙың тормошона бер аҙ сағыу биҙәктәр өҫтәгәнегеҙ, ҡояшлы көндәр бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!