+20 °С
Облачно
Общие статьи
4 Июня 2021, 11:32

Ижад итәм – тимәк, йәшәйем

“Альбина” вокаль-хореография студияһына – 15 йыл!Күпме йырларға була инде! Ҡыҙынан тағын берйырлауын үтенгән атаһынан карауат аҫтына ҡасып, 5йәшлек Альбина сыҡмай ултыра. Сөнки әхирәттәреурамда уйнай һәм уның да улар менән күңелле итепйүгерәһе килә. Ә атаһына ҡыҙы менән йырлау оҡшай –ғорурлыҡтан уның күҙҙәрендә нур балҡый...Азат Ғәлим улы күп йылдар элек Альбинала музыкаға һәләт һиҙепҡала. Тик иң ҡыйыу хыялдарында ла ул өлкән ҡыҙының танылғанкомпозитор буласағын, уның йырҙарын иң күренекле артистар –Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡаларбашҡарасағын күҙ алдына ла килтермәй. Ҡыҙғанысҡа, АльбинаАзат ҡыҙының атаһы бик иртә вафат була. Ҡыҙыныңконцерттарына тулы залдар йыясағын күреү ҙә насип булмай уға.Уның бер нисә быуын йәш йырсылар тәрбиәләгән талантлыпедагог буласағын да...Пианисмы, әллә йырсымы?Альбина Азат ҡыҙына тормош юлын музыка менән бәйләргәяҙмыш үҙе хәл итә. Теле асылғансы йырлай башлаған тиһәк тәялған булмаҫ. Һәм барыһы ла атаһы ярҙамы менән. Ул матурйырлай, аккордеонда һәм пионинола уйнай. Өйҙәрендә көн һайынүҙе, унан һуң Альбина менән бергә йырлаған йырҙар яңғырай.Һәләтле ҡыҙ Туймазы музыка мәктәбенең 7 йыллыҡпрограммаһын 4 йылда үҙләштерә һәм 9-сы синыфтан һуңОктябрьскийҙағы музыка училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе уның профессиональ пианист булыуына ышана, сөнкиҡыҙҙары уйын ҡоралы менән ғәжәп оҫта эш итә. Әммә ҡыҙыныңтағын бер хыялы була – йырлау. Шул осорҙағы танылғанйырҙарҙы үҙенсә башҡарып, тамашасы алдында сығыш яһау бикоҡшай уға. Тамашасы иғтибарын тойоп, уларҙы уйланырға һәммоңһоуланырға мәжбүр итеү, йәғни, киреһенсә, шатландырыуоҡшай. Альбина Азат ҡыҙы 15 йәшендә йәштәр төркөмө солисыбула. Репетицияларға әсәһенән ҡасып йөрөй – уның уйынса, етдимузыкантҡа йәш үҫмерҙәр менән күңел асыу килешмәй. Әммәпаркта уҙғарылған концерттарға барлыҡ йәштәр йыйыла. Төнгәҡәҙәр ҡыҙ сәхнәнән төшмәй: ионикала уйнай, бер йыр артынаникенсеһен башҡара. Йәш тауыштар менән гүйә тормош үҙейырлай.Ижад итәм – тимәк, йәшәйемСәхнәгә мөхәббәте йылдан-йыл арта ғына бара. Кейәүгә сығыу,балалар тыуыу, музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынсауҡытыу эшмәкәрлеге артист күңелендә янған утты һүндерәалмай. Ул үҙ ансамблен ойоштора, улар менән сығыш яһауындауам итә.Ижадҡа ынтыла Альбина Азат ҡыҙы. Шуға күрә балаларҙыпианинола уйнау серҙәренә төшөндөргәндә, педагог уларға көйяҙып ҡарарға тәҡдим итә. Шулай итеп, ул тағын бер ынтылышты– музыка яҙыуҙы тормошҡа ашыра. Уның моңоҮҙ көйҙәрен композитор бала сағынан уҡ уйлап сығара. Ә музыкабелеме алғас, үҙе көй яҙа башлай. Ғәҙәттә, был көслө хис-кисерештәр йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Шулай итеп, тыуғанТуймазыһын һағынған саҡтарында уның “Город мой” (“Ҡаламминең”) тигән беренсе йыры яҙыла.Бер ваҡыт Альбина Азат ҡыҙы Роберт Миңнуллиндың нәҡ уныңатаһына бағышланғандай шиғырын уҡый. Хәтирәләрҙән һуң уныңкүңеленә йәш төйөлә, ә ҡулдары ҡағыҙға үрелә. Шул ваҡыттакөй тыуа – наҙлы һәм моңһоу, яҡын кешеңә ҡарата мөхәббәт һәмуның ваҡытһыҙ китеүенә үкенес, һағыныу менән һуғарылған көй.Был – “Уның моңо”. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо АйҙарҒәлимов йырлаған йыр Альбина Имаеваға республикала һәм унанситтә киң танылыу алып килә.Уңыш менән ҡанатланып, ул ижад өҫтөндә ныҡлап эш башлай.Тиҫтәләгән рус, башҡорт, татар шиғырҙары уның музыкаһынаһалынған, яңы һулыш алып, яңыса яңғырай. Оҙаҡламайкомпозиторҙың уға ғына хас, үҙ йөҙө барлыҡҡа килә.Көн һайын балалар менән эшләп, уларҙың вокал мөмкинлектәренбелеп, Альбина Азат ҡыҙы балалар өсөн байтаҡ йыр яҙа. Бөгөн улкәмендә – 500 йыр авторы.Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙәУның ижадын яратыусылар араһында популяр артистар,шағирҙар, вокал коллективтар һәм яҡшы музыкағамөккиббәндәр. Әммә иң тоғролары – Альбина Азат ҡыҙыныңуҡыусылары. Бына 15 йыл инде “Альбина” вокаль-хореографиястудияһы уҡыусылары – композиторҙың төпилһамландырыусылары. Ул улар өсөн һәм улар ярҙамында ижадитә, балаларҙың ябайлылығы, ихлас рәхмәте һәм мөхәббәте уғаилһам бирә һәм яңы темалар эҙләүҙә көс бирә. Ансамбльрепертуарын һис арттырыуһыҙ ҡабатланмаҫ тип атарға мөмкин.Номерҙарҙың ҡуйылышы һәм хо-реографияһы – кесе ҡыҙыСәхнәгә мөхәббәте йылдан-йыл арта ғына бара. Кейәүгә сығыу, балалар тыуыу, музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынса уҡытыу эшмәкәрлеге артист күңелендә янған утты һүндерә алмай. Ул үҙ ансамблен ойоштора, улар менән сығыш яһауын дауам итә.Ижадҡа ынтыла Альбина Азат ҡыҙы. Шуға күрә балаларҙы пианинола уйнау серҙәренә төшөндөргәндә, педагог уларға көй яҙып ҡарарға тәҡдим итә. Шулай итеп, ул тағын бер ынтылышты – музыка яҙыуҙы тормошҡа ашыра. Уның моңоҮҙ көйҙәрен композитор бала сағынан уҡ уйлап сығара. Ә музыка белеме алғас, үҙе көй яҙа башлай. Ғәҙәттә, был көслө хис-кисерештәр йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Шулай итеп, тыуған Туймазыһын һағынған саҡтарында уның “Город мой” (“Ҡалам минең”) тигән беренсе йыры яҙыла.Бер ваҡыт Альбина Азат ҡыҙы Роберт Миңнуллиндың нәҡ уның атаһына бағышланғандай шиғырын уҡый. Хәтирәләрҙән һуң уның күңеленә йәш төйөлә, ә ҡулдары ҡағыҙға үрелә. Шул ваҡытта көй тыуа – наҙлы һәм моңһоу, яҡын кешеңә ҡарата мөхәббәт һәм уның ваҡытһыҙ китеүенә үкенес, һағыныу менән һуғарылған көй. Был – “Уның моңо”. башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Айҙар Ғәлимов йырлаған йыр Альбина Имаеваға республикала һәм унан ситтә киң танылыу алып килә.Уңыш менән ҡанатланып, ул ижад өҫтөндә ныҡлап эш башлай. Тиҫтәләгән рус, башҡорт, татар шиғырҙары уның музыкаһына һалынған, яңы һулыш алып, яңыса яңғырай. Оҙаҡламай композиторҙың уға ғына хас, үҙ йөҙө барлыҡҡа килә.Көн һайын балалар менән эшләп, уларҙың вокал мөмкинлектәрен белеп, Альбина Азат ҡыҙы балалар өсөн байтаҡ йыр яҙа. Бөгөн ул кәмендә – 500 йыр авторы. Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙәУның ижадын яратыусылар араһында популяр артистар, шағирҙар, вокал коллективтар һәм яҡшы музыкаға мөккиббәндәр. Әммә иң тоғролары – Альбина Азат ҡыҙының уҡыусылары. Бына 15 йыл инде “Альбина” вокаль-хореография студияһы уҡыусылары – композиторҙың төп илһамландырыусылары. Ул улар өсөн һәм улар ярҙамында ижад итә, балаларҙың ябайлылығы, ихлас рәхмәте һәм мөхәббәте уға илһам бирә һәм яңы темалар эҙләүҙә көс бирә. Ансамбль репертуарын һис арттырыуһыҙ ҡабатланмаҫ тип атарға мөмкин.Номерҙарҙың ҡуйылышы һәм хо-реографияһы – кесе ҡыҙы Луизаның ҡаҙанышы. Ул коллективҡа ун йыл элек, сәнғәт етәксеһе булараҡ, әсәһенә ярҙам итергә килә. Ә бөгөн, композитор һүҙҙәренә ҡарағанда, Луиза – уның уң ҡулы.– Ҡыҙым 4 йәшенән сығыш яһай – уның ойоштороу һәм сәхнә тәжрибәһе бай, – ти Альбина Имаева. – Минең менән гастролдәрҙә йөрөп, ул үҙенә бала саҡтан уҡ ижад мөхитен һеңдерҙе. Ҡыҙым заманса эстрада сәнғәтен, яңы һулышты яҡшы белә, студияла тәрбиәләнеүселәре менән үҙ фекерҙәрен тормошҡа ашыра. Уның эшкә һәләтлелеге һәм сәмлелеге ҡайһы саҡ таң ҡалдыра мине. Ул барыһын да күҙәтеп өлгөрә һәм ваҡ-төйәкте лә ҡулдан ысҡындырмай. Уның тырышлығы менән беҙҙең сығыштар матур, сағыу, ә концерт программаһы бай һәм йөкмәткеле була.Луиза әсәһенән артислыҡты, йырлау һәләтен генә түгел, ә ижад һәләтен дә алған. Уның музыкаһы Альбина Азат ҡыҙыныҡынан айырыла, әммә был айырма уларҙың үҙенсәлеген күрһәтә.Быйыл “Альбина” студияһының ойошторолоуына 15 йыл тула. Күп сәғәтлек репетициялар, распевкалар, даими эҙләнеү һәм яңы ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу, етәкселәр һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәренең тырыш хеҙ-мәте сираттағы сағыу сығышҡа әүерелде.

“Альбина” вокаль-хореография студияһына – 15 йыл!
Күпме йырларға була инде! Ҡыҙынан тағын бер
йырлауын үтенгән атаһынан карауат аҫтына ҡасып, 5
йәшлек Альбина сыҡмай ултыра. Сөнки әхирәттәре
урамда уйнай һәм уның да улар менән күңелле итеп
йүгерәһе килә. Ә атаһына ҡыҙы менән йырлау оҡшай –
ғорурлыҡтан уның күҙҙәрендә нур балҡый...
Азат Ғәлим улы күп йылдар элек Альбинала музыкаға һәләт һиҙеп
ҡала. Тик иң ҡыйыу хыялдарында ла ул өлкән ҡыҙының танылған
композитор буласағын, уның йырҙарын иң күренекле артистар –
Айҙар Ғәлимов, Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡалар
башҡарасағын күҙ алдына ла килтермәй. Ҡыҙғанысҡа, Альбина
Азат ҡыҙының атаһы бик иртә вафат була. Ҡыҙының
концерттарына тулы залдар йыясағын күреү ҙә насип булмай уға.
Уның бер нисә быуын йәш йырсылар тәрбиәләгән талантлы
педагог буласағын да...
Пианисмы, әллә йырсымы?
Альбина Азат ҡыҙына тормош юлын музыка менән бәйләргә
яҙмыш үҙе хәл итә. Теле асылғансы йырлай башлаған тиһәк тә
ялған булмаҫ. Һәм барыһы ла атаһы ярҙамы менән. Ул матур
йырлай, аккордеонда һәм пионинола уйнай. Өйҙәрендә көн һайын
үҙе, унан һуң Альбина менән бергә йырлаған йырҙар яңғырай.
Һәләтле ҡыҙ Туймазы музыка мәктәбенең 7 йыллыҡ
программаһын 4 йылда үҙләштерә һәм 9-сы синыфтан һуң
Октябрьскийҙағы музыка училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙҙың ата-
әсәһе уның профессиональ пианист булыуына ышана, сөнки
ҡыҙҙары уйын ҡоралы менән ғәжәп оҫта эш итә. Әммә ҡыҙының
тағын бер хыялы була – йырлау. Шул осорҙағы танылған
йырҙарҙы үҙенсә башҡарып, тамашасы алдында сығыш яһау бик
оҡшай уға. Тамашасы иғтибарын тойоп, уларҙы уйланырға һәм
моңһоуланырға мәжбүр итеү, йәғни, киреһенсә, шатландырыу
оҡшай. Альбина Азат ҡыҙы 15 йәшендә йәштәр төркөмө солисы
була. Репетицияларға әсәһенән ҡасып йөрөй – уның уйынса, етди
музыкантҡа йәш үҫмерҙәр менән күңел асыу килешмәй. Әммә
паркта уҙғарылған концерттарға барлыҡ йәштәр йыйыла. Төнгә
ҡәҙәр ҡыҙ сәхнәнән төшмәй: ионикала уйнай, бер йыр артынан
икенсеһен башҡара. Йәш тауыштар менән гүйә тормош үҙе
йырлай.
Ижад итәм – тимәк, йәшәйем
Сәхнәгә мөхәббәте йылдан-йыл арта ғына бара. Кейәүгә сығыу,
балалар тыуыу, музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынса
уҡытыу эшмәкәрлеге артист күңелендә янған утты һүндерә
алмай. Ул үҙ ансамблен ойоштора, улар менән сығыш яһауын
дауам итә.
Ижадҡа ынтыла Альбина Азат ҡыҙы. Шуға күрә балаларҙы
пианинола уйнау серҙәренә төшөндөргәндә, педагог уларға көй
яҙып ҡарарға тәҡдим итә. Шулай итеп, ул тағын бер ынтылышты
– музыка яҙыуҙы тормошҡа ашыра.
Уның моңо
Үҙ көйҙәрен композитор бала сағынан уҡ уйлап сығара. Ә музыка
белеме алғас, үҙе көй яҙа башлай. Ғәҙәттә, был көслө хис-
кисерештәр йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Шулай итеп, тыуған
Туймазыһын һағынған саҡтарында уның “Город мой” (“Ҡалам
минең”) тигән беренсе йыры яҙыла.
Бер ваҡыт Альбина Азат ҡыҙы Роберт Миңнуллиндың нәҡ уның
атаһына бағышланғандай шиғырын уҡый. Хәтирәләрҙән һуң уның
күңеленә йәш төйөлә, ә ҡулдары ҡағыҙға үрелә. Шул ваҡытта
көй тыуа – наҙлы һәм моңһоу, яҡын кешеңә ҡарата мөхәббәт һәм
уның ваҡытһыҙ китеүенә үкенес, һағыныу менән һуғарылған көй.
Был – “Уның моңо”. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Айҙар
Ғәлимов йырлаған йыр Альбина Имаеваға республикала һәм унан
ситтә киң танылыу алып килә.
Уңыш менән ҡанатланып, ул ижад өҫтөндә ныҡлап эш башлай.
Тиҫтәләгән рус, башҡорт, татар шиғырҙары уның музыкаһына
һалынған, яңы һулыш алып, яңыса яңғырай. Оҙаҡламай
композиторҙың уға ғына хас, үҙ йөҙө барлыҡҡа килә.
Көн һайын балалар менән эшләп, уларҙың вокал мөмкинлектәрен
белеп, Альбина Азат ҡыҙы балалар өсөн байтаҡ йыр яҙа. Бөгөн ул
кәмендә – 500 йыр авторы.
Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә
Уның ижадын яратыусылар араһында популяр артистар,
шағирҙар, вокал коллективтар һәм яҡшы музыкаға
мөккиббәндәр. Әммә иң тоғролары – Альбина Азат ҡыҙының
уҡыусылары. Бына 15 йыл инде “Альбина” вокаль-хореография
студияһы уҡыусылары – композиторҙың төп
илһамландырыусылары. Ул улар өсөн һәм улар ярҙамында ижад
итә, балаларҙың ябайлылығы, ихлас рәхмәте һәм мөхәббәте уға
илһам бирә һәм яңы темалар эҙләүҙә көс бирә. Ансамбль
репертуарын һис арттырыуһыҙ ҡабатланмаҫ тип атарға мөмкин.
Номерҙарҙың ҡуйылышы һәм хо-реографияһы – кесе ҡыҙы
Сәхнәгә мөхәббәте йылдан-йыл арта ғына бара. Кейәүгә сығыу, балалар тыуыу, музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынса уҡытыу эшмәкәрлеге артист күңелендә янған утты һүндерә алмай. Ул үҙ ансамблен ойоштора, улар менән сығыш яһауын дауам итә.
Ижадҡа ынтыла Альбина Азат ҡыҙы. Шуға күрә балаларҙы пианинола уйнау серҙәренә төшөндөргәндә, педагог уларға көй яҙып ҡарарға тәҡдим итә. Шулай итеп, ул тағын бер ынтылышты – музыка яҙыуҙы тормошҡа ашыра.
Уның моңо
Үҙ көйҙәрен композитор бала сағынан уҡ уйлап сығара. Ә музыка белеме алғас, үҙе көй яҙа башлай. Ғәҙәттә, был көслө хис-кисерештәр йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Шулай итеп, тыуған Туймазыһын һағынған саҡтарында уның “Город мой” (“Ҡалам минең”) тигән беренсе йыры яҙыла.
Бер ваҡыт Альбина Азат ҡыҙы Роберт Миңнуллиндың нәҡ уның атаһына бағышланғандай шиғырын уҡый. Хәтирәләрҙән һуң уның күңеленә йәш төйөлә, ә ҡулдары ҡағыҙға үрелә. Шул ваҡытта көй тыуа – наҙлы һәм моңһоу, яҡын кешеңә ҡарата мөхәббәт һәм уның ваҡытһыҙ китеүенә үкенес, һағыныу менән һуғарылған көй. Был – “Уның моңо”. башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Айҙар Ғәлимов йырлаған йыр Альбина Имаеваға республикала һәм унан ситтә киң танылыу алып килә.
Уңыш менән ҡанатланып, ул ижад өҫтөндә ныҡлап эш башлай. Тиҫтәләгән рус, башҡорт, татар шиғырҙары уның музыкаһына һалынған, яңы һулыш алып, яңыса яңғырай. Оҙаҡламай композиторҙың уға ғына хас, үҙ йөҙө барлыҡҡа килә.
Көн һайын балалар менән эшләп, уларҙың вокал мөмкинлектәрен белеп, Альбина Азат ҡыҙы балалар өсөн байтаҡ йыр яҙа. Бөгөн ул кәмендә – 500 йыр авторы.

Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә
Уның ижадын яратыусылар араһында популяр артистар, шағирҙар, вокал коллективтар һәм яҡшы музыкаға мөккиббәндәр. Әммә иң тоғролары – Альбина Азат ҡыҙының уҡыусылары. Бына 15 йыл инде “Альбина” вокаль-хореография студияһы уҡыусылары – композиторҙың төп илһамландырыусылары. Ул улар өсөн һәм улар ярҙамында ижад итә, балаларҙың ябайлылығы, ихлас рәхмәте һәм мөхәббәте уға илһам бирә һәм яңы темалар эҙләүҙә көс бирә. Ансамбль репертуарын һис арттырыуһыҙ ҡабатланмаҫ тип атарға мөмкин.
Номерҙарҙың ҡуйылышы һәм хо-реографияһы – кесе ҡыҙы Луизаның ҡаҙанышы. Ул коллективҡа ун йыл элек, сәнғәт етәксеһе булараҡ, әсәһенә ярҙам итергә килә. Ә бөгөн, композитор һүҙҙәренә ҡарағанда, Луиза – уның уң ҡулы.
– Ҡыҙым 4 йәшенән сығыш яһай – уның ойоштороу һәм сәхнә тәжрибәһе бай, – ти Альбина Имаева. – Минең менән гастролдәрҙә йөрөп, ул үҙенә бала саҡтан уҡ ижад мөхитен һеңдерҙе. Ҡыҙым заманса эстрада сәнғәтен, яңы һулышты яҡшы белә, студияла тәрбиәләнеүселәре менән үҙ фекерҙәрен тормошҡа ашыра. Уның эшкә һәләтлелеге һәм сәмлелеге ҡайһы саҡ таң ҡалдыра мине. Ул барыһын да күҙәтеп өлгөрә һәм ваҡ-төйәкте лә ҡулдан ысҡындырмай. Уның тырышлығы менән беҙҙең сығыштар матур, сағыу, ә концерт программаһы бай һәм йөкмәткеле була.
Луиза әсәһенән артислыҡты, йырлау һәләтен генә түгел, ә ижад һәләтен дә алған. Уның музыкаһы Альбина Азат ҡыҙыныҡынан айырыла, әммә был айырма уларҙың үҙенсәлеген күрһәтә.
Быйыл “Альбина” студияһының ойошторолоуына 15 йыл тула. Күп сәғәтлек репетициялар, распевкалар, даими эҙләнеү һәм яңы ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу, етәкселәр һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәренең тырыш хеҙ-мәте сираттағы сағыу сығышҡа әүерелде.
Читайте нас