Әҙәбиәтебеҙ классигы Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар: “Мин кешеләрҙе ике төркөмгә бүләм. Берәүҙәре, планетаның бер тапҡыр ҙа Ҡояш төшмәгән яғында йәшәйҙәр, ҡалғандары – гел яҡты яғында. Улар – шиғриәт, йыр-моң яратҡан кешеләр. Рәхмәт һеҙгә, планетаның яҡты яғында, шиғри һүҙле йыр-моң илендә йәшәүселәр!”
Благовар районында йәшәп, ижад иткән бер төркөм авторзарының шиғырҙарын тәҡдим тәбеҙ.
Ашыҡма, һин, ғүмер, ашыҡма!
Ашыҡма, һин, ғүмер ашыҡма,
Йылдар йомғағын бик тиҙ һүтергә.
Хоҙай беҙгә оҙон ғүмер биреп,
Башҡорт, татар, урыҫ көйөндә.
Һиҙелмәйсә үтеп тә киткән,
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары.
Мөхәббәттең сәскә атҡан сағы-
Шаһит ине Былышлы юлдары.
Аңламай ҙа, һиҙмәйсә лә ҡалдыҡ,
Үҙ ояларын ҡороп, беҙгә –
Ейәндәр ҙә бүләк иткәндәрен.
Йыл артынан йылдар үтеп торған –
Килеп еткән ғүмер көҙө лә!
Уның әле 65-е генә түгел,
Шулай һүтелер, хатта, йөҙө лә!
Йылмайыуҙы һиңә бүләк итеп
Йылмайыуҙы һиңә бүләк итеп,
Болот булып йөҙәм күктәрҙән.
Йылы ямғыр тамсылары булып,
Биттәреңдән үбәм, күҙҙәрҙән.
Ер еләге булып янып бешәм,
Ҡояш төшкән йәмле яланда.
Ҡуйы томандарҙа үтер өсөн
Һуҡмаҡ булам һинең юлыңда.
Таң елендә сирень шаулағандай,
Мин (өн)дәшермен һиңә һаҡ ҡына.
Көт, ҡәҙерлем, мине саҡ ҡына.
Төҙәтермен булған яңылыштарҙы,
Мөхәбәтем, бәлки, иретер.
Артыҡ һүҙҙәр әйтмә, зинһар, миңә,
Һинең өсөн, йәнем, мин бер – Сер...
Ап-аҡ сәскә атҡан алмағастар –
Беҙҙең мөхәббәткә шаһиттар.
Йөрәктәрҙән таша һөйөү хисе –
Сәскә еҫе менән һине һөйөү
Әйләндерҙе минең башымды.
Үҙем аңламаным был миҙгелдә –
Яҙғы тойғоларым, һөйөү менән
Тәүге мөхәббәттең сәскәләре,
Тәүге үбешеүҙәр ҡыйыуһыҙ.
Бөтә донъя әйләнгәндәй һымаҡ
Ҡушылғандай ере, күге лә.
Бер миҙгелгә ҡалдыҡ тик икебеҙ,
Тик мин генә һинең күҙеңдә.
Ап-аҡ сәскә беҙҙе сорнап алған,
Донъялар ҙа ап-аҡ күренә.
Күҙҙәреңдә бәхет осҡондары,
Нисә тапҡыр анттар иттем инде,
Асмаҫҡа, тип йәнде беркемгә.
Күптән ваҡыт бер ҡатлылығымдың
Бурҙан яманлығын белергә.
Анттар итмәгәйең, әллә нишлә,
Йәнеңде бер шарҙар асып ҡуйғас,
Түҙәргә шул таштар яуғанда.
Үкенептәр күпме ант итһәм дә,
Йәшәйем был донъяны яратып:
Гөлдәр үҫтерергә таш ватып.
Төнгә ҡалдым. Ҡап-ҡараңғы урам...
Тик ел генә мине тирәләй.
Әсе елдән бигерәк, йәндәремде,
Өҙгөләйҙер шикме, әллә ней.
Тирә-яҡта шом шәүләһе бары,
...Ҡараңғыла, тыштан ҡарағанда,
Яҡты тәҙрә үҙе бәхет к(е)ү(е)к.
Сит тәҙрәләр, яҡтылары менән,
Ҡыҙыҡтыра ғына, йылытмай.
(Өйҙә саҡта, йәшәй белмәйбеҙ ник,
Бер-беребеҙҙең йәнен илатмай.)
...Йылы өйөң, өйҙәгеләреңдең
Ҡәҙерҙәрен килһә, беләһең,
Ҡара төндә, үҙәк өҙгөс елдә,
Яңғыҙ ҡалып ҡара, берәр һин...
Ысын күңелдән, саф пак ҡулдан.
Ят күҙҙәрҙә йәш күрһәм дә
Ситләп үтмә, йыуат, тинем,
Һалһаң да бит уйы тешләү.
«Таш атҡанға аш ат, балам»,-
Мине һөйөп, наҙлап баҡҡан
Түҙ, йөрәгем, һулҡылдама!
Бер кем дә мәңгелек түгел,