Һөт ризыҡтарының иң файдалыһы эремсек булып сыҡҡан. Сөнки 100 грамм эремсектә аҡһымдар иң күбе икән.
Белгестәр һүҙҙәренсә, эремсектең 5 процентлыһын алыу хәерле. Ул оптималь һайлау була. Ризыҡ калориялы лә түгел, майҙар ҙа тейешле күләмдә. Был эресмек майһыҙандырылған эремсеккә ҡарағанда яҡшыраҡ.
Эремсектән һуң варенец, кефир, йоғырт, ряженка ла файҙалы һөт ризыктары рәтенә инә.
Ә был рейтингта һөт иң аҙаҡтаңғы урында - кеше олығая барған һайын лактозаны үҙләштереү ҡыйынлаша, тип яҙа белгестәр.