+25 °С
Облачно
Общие статьи
24 Мая 2021, 12:46

«Арғымаҡ» менән күңел донъяһына сәйәхәт ҡылығыҙ!

Мин бөгөн йәнә ҡулыма Мәрйәм апай Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабын алдым.

Мин бөгөн йәнә ҡулыма Мәрйәм апай Бураҡаеваның
"Арғымаҡ" китабын алдым. Һәм үҙемде уйландырырға
мәжбүр иткән урындарын тағы ла бер тапҡыр уҡып
сыҡтым. Уҡып туймаҫлыҡ, рухты арттырыусы, ғәмеңде
уятыусы әҫәр! Яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм
Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған был
китабы ете бүлектән тора.
Автор аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл һәм ҡот – бына ошо ете изге
төшөнсәне йәшәүенең асылы итә алған кеше генә арғымаҡты –
үткәндәр аманатына тоғролоҡто һәм яҡты киләсәккә ынтылышты
кәүҙәләндереүсе мифологик йән эйәһен эйәрләй алыр, тигән
фекер үткәрә. Был ябай ғына, уҡып һалып ҡуя торған ғына китап
түгел. Ул һәр саҡ ҡул осонда булырға тейешле, тормоштоң аҙым
һайын юлыңа сығарып торор мең төрлө һорауҙарына яуап
бирерлек һабаҡтар тупланған унда. Һеҙ китапта шәхси
һорауҙарығыҙға ла, халыҡ тураһындағыларға ла яуап таба
алырһығыҙ, тәрбиә мәктәбен-дә белемегеҙҙе лә арттырырһығыҙ.
Ошо тәьҫораттарым нигеҙендә, хал-ҡыбыҙҙың быуын-быуындан
күсеп килеүсе хикмәтле хикәйәләрен “Тәр-биә мәктәбе”
рубрикаһы аҫтына туплап, күп һанлы гәзит уҡыусыларға тәҡдим
итергә булдыҡ.
Кешене нимә биҙәй?
– Уландарым, мин һеҙҙе ике өлкәгә етәксе итеп тәғәйенләйем.
Үҙегеҙҙең нимәгә һәләтле икәнегеҙҙе күрһәтегеҙ. Шунан
ҡайһығыҙҙы вариҫым итеп ҡалдырырға ҡарар ҡабул итермен, –
тип әйткән хаким.
Батша улдары, баш эйеп, икеһе ике яҡҡа юл тотҡан.
Өлкәненә көнсығыштағы ялан
ерҙәре эләккән. Кесеһенә көнба-йыштағы таулы төбәктәр тап
килгән.
Бер йыл ваҡыт үткән. Батша башта өлкән улына ҡунаҡҡа киткән.
Улы атаһына ҙур һарайҙы күрһәткән, шунан ил буйлап сәфәргә
алып сыҡҡан. Бөтә ерҙә кешеләр уңыш йыя икән. Батша
экипажын күреү менән крәҫтиәндәр тубыҡланып, ергә тиклем
баш эйеп, былар үтеп киткәнсе тормай, ти. Атаһы хөрмәтенә улы
тантаналы парад ойошторған. Бер йыл эсендә ул көслө ғәскәр
булдырған. Кис байрам табынында йырсылар һәм музыканттар
батшаға дан йырлаған.
– Күрәһеңме, атай, бер йылда мин ниндәй хакимлыҡҡа өлгәштем.
Барыһы ла ҡурҡып, буйһоноп тора, – тигән принц, ғорурланып.
– Яҡшы, хәҙер мин кесе улымдың нимәгә өлгәшкәнен ҡарапкиләйем, – тип яуап биргән батша.
Таулы яҡта ла уны хөрмәт менән ҡаршылағандар. Халыҡ быларға
тү-бәнселек менән баш эйгән дә артабан эшләүен дауам иткән.
Улар юлдар һәм күперҙәр төҙөй, тау итәктәренә тупраҡ ташып,
йөҙөм ҡыуаҡтары ултыртып йөрөй, ти.
– Ғәфү ит, атай, мин һине тейешенсә лайыҡлы ҡаршылай
алманым. Бер йыл эсендә бик әҙ эшләп өлгөрҙөм, – тигән төпсөк
принц батшаға.
...Тиҙҙән хаким үҙенең вариҫы итеп бәләкәй улын тәғәйенләүе
тураһында иғлан иткән.
Атаһының был ҡылығына үпкәлә-гән өлкән улы:
– Ул ғәскәр ҙә төҙөмәгән, үҙенән халыҡ та ҡурҡмай, власы ла юҡ,
– тигән.
– Хакимды власть түгел, ә кешеләр алдындағы яуаплылыҡ
биҙәй, – тип яуап ҡайтарған батша тыныс ҡына.
Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмә
Уҡыусыһы остазына:
– Һин шундай аҡыллы, күпте бе-ләһең. Һәр ваҡыт кәйефең яҡшы,
бер ҡасан да, бер кемгә лә асыуланмайһың. Мине лә шулай
булырға өйрәт, ярҙам ит, – ти.
Уҡытыусыһы ризалаша һәм уҡыу-сыһына үтә күренмәле тоҡсай
һәм картуф килтерергә ҡуша.
– Әгәр һин берәйһенә асыулана-һың һәм асыуыңды йәшерәһең
икән, – тигән остазы, – картуф ал да бер яғына – үҙеңдең, ә
икенсеһенә низағлашҡан кешенең исемен яҙ ҙа, тоҡсайыңа
һалып ҡуй.
– Шул ғынамы? – тип аптырай уҡыусыһы.
– Юҡ, – ти остазы. – Тоҡсайҙы һәр ва-ҡыт үҙең менән йөрөтөргә
тейешһең. Берәйһенә асыуланһаң, тоҡсайыңда-ғы картуф
берәүгә артырға тейеш.
Уҡыусыһы ризалаша.
Ваҡыт үтә. Картуфтар артҡандан-арта, тоҡсай көндән-көн
ауырая. Уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтөүе ҡыйынлаша.
Етмәһә, иң тәүҙә һалынған картуфтар серей башлай һәм насар еҫ
аңҡый. Уҡыусы ҡабат остазына килә һәм:
– Быны башҡаса үҙем менән йө-рөтөүе мөмкин түгел. Беренсенән,
тоҡ бик ауыр, икенсенән, картуфтар боҙолдо. Берәй икенсе нәмә
тәҡдим итсе, – ти.
Остазы:
– Һинең күңелеңдә лә шул уҡ хәл. Әгәр берәйһенә
асыуланһаң, кенә ҡыуһаң, һинең күңелеңдә таш барлыҡҡа
килә.
Быны һин шунда уҡ тоймайһың ғына. Ә таш ҙурайғандан-
ҙурая бара. Һинең ҡылыҡтарың – ғәҙәткә, ә ғәҙәт эскерле,
насар, үсле характерға әйләнә. Мин һиңә бына ошопроцесты ситтән күҙәтергә форсат бирҙем. Бынан һуң әгәр
берәйһенә асыуланырға, үсләшергә, йә булмаһа, берәйһен
рәнйетергә теләһәң, иң тәүҙә уйла, был ауыр таш һиңә
кәрәкме, юҡмы?
Һинең бер сәғәтең
Бер ир һуң ғына арып-талып өйөнә ҡайта. Ә ишек төбөндә уны
ете йәшлек улы көтөп тора.
– Атай, – ти ул, – һинән бер нәмә һорарға мөмкинме?
– Әлбиттә, нимә булды?
– Атай, һин күпме аҡса алаһың?
– Унда ни эшең бар? – тип асыулана атай кеше. – Һәм ул һиңә
нимәгә?
– Былай ғына, белгем килә. Әйт инде, атай, һиңә сәғәтенә күпме
түләйҙәр?
– 500 һум. Нимәгә һуң ул һиңә?
– Атай... – улы атаһына баштан-аяҡ бик етди ҡарай. – Атай, һин
миңә 300 һум аҡса биреп тормаҫһыңмы?
– Һин минең күпме алыуым хаҡын-да аҡса һорар өсөн
һораштыңмы, хәҙер шул аҡсаға үҙеңә берәй кәрәкмәгән уйынсыҡ
алаһыңмы? – тип екерә атаһы. – Хәҙер үк күҙемдән юғал, бар,
йоҡларға ят. Шул тиклем дә эгоист булырға ярамай ҙа һуң. Мин
көнө буйы эшләйем, бик арыйым. Һинең был ҡылығың шул тиклем
насар.
Малай шым ғына үҙ бүлмәһенә инеп китә. Ә атаһы һаман
тыныслана алмай: «Ҡара әле һин уны, бәләкәй генә көйөнә
оялмайынса күпме аҡса алыуымды һорашып, аҙаҡ үҙенә аҡса
һорамаҡсы булған».
Бер аҙҙан атай кеше бер аҙ тыныслана һәм айыҡ аҡыл менән
уйлана. «Бәлки, уға, ысынлап та, берәй бик кәрәкле әйбер һатып
алырға кәрәктер.
Әй, ҡайҙа киткән 300 һум аҡса, уның ҡарауы, ул минән тәүге
тапҡыр аҡса һорай», – тип уйлай. Һәм улының бүлмәһенә инә. Улы
карауатында ята.
– Улым, йоҡлайһыңмы әле? – ти ул.
Юҡ, атай. Былай ғына ятам.
– Мин, ахырыһы, һиңә ҡатыраҡ бәрелдем, улым, бик арып
ҡайтҡай-ным шул. Мине ғәфү ит инде, йәме. Бына һиңә һораған
300 һумың.
Малай тороп ултыра ла йылмая.
– Атай, рәхмәт.
Аҙаҡ ул мендәр аҫтынан бөгәрләнеп бөткән тағы бер нисә ҡағыҙ
аҡсаны ала һәм бөтә аҡсаны таҫлап һанай ҙа, атаһына ҡарай. Ә
атаһы, улында аҡса барлығын күреп, тағы аптырап ҡала һәм бик
ныҡ асыуланып:
– Аҡсаң булғас, ни өсөн тағы һораның? – ти.– Сөнки миңә етерлек түгел ине. Атай, бына һиңә теп-теүәл 500
һум. Миңә һинең бер сәғәтеңде һатып алырға мөмкинме? Иртәгә
беҙҙең менән киске ашты ашауыңды теләр инем, – ти сабый,
атаһына мөлдөрәп ҡарап.
Шуны ғына иҫегеҙгә төшөрөргә теләйбеҙ – ғүмер шул
тиклем ҡыҫҡа. Шуның өсөн уны эштә оҙаҡ үткәрергә
ярамай. Беҙҙе ысынлап та яратҡан, көткән яҡын
кешеләребеҙгә әҙ генә бул-һа ла ваҡыт, иғтибар бүлергә
тырышайыҡ.
Әгәр иртәгә китеп барһаҡ, эше-беҙҙә беҙҙең урынға шул
көндө үк икенсе кеше килеп ултырасаҡ. Ә бына ғаилә,
туғандар, яҡындар, дуҫтар өсөн был ысын мәғәнәһен-дә ҙур
юғалтыу буласаҡ, һәм улар беҙҙе ғүмере буйы
хәтерләйәсәк. Бына ошо хаҡта уйланығыҙ. Беҙ бит, уйлап
ҡараһаң, ысынлап та, ғаиләгә ҡарағанда эшкә күберәк
ваҡыт бүләбеҙ түгелме? Дуҫтар, бергәләшеп ошо хаҡта
уйлашайыҡ әле!
Һәр мәлдең, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек
– Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә? – тип ҡыҙыҡһынған, ти,
уҡыусы бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған
уҡытыусыһынан.
– Быны һин үҙең дә белә алаһың, – тигән остазы. – Уйла, яуапты
табырға бер тәүлек ваҡыт бирәм.
Уҡыусы иртәгәһенә иртәнсәк уҡы-тыусыһының янына ашыҡҡан.
– Яуапты таптым! – тигән ул. – Һеҙҙең өсөн иң мөһиме –
ғүмерегеҙҙе бағышлаған эшегеҙ!
– Юҡ, – тип яуаплаған уҡытыусы.
Уҡыусы артабан тағы ла бер нисә вариантын әйткән, әммә
уларҙың береһе лә дөрөҫкә сыҡмаған. Тормошта иң мөһиме нимә
һуң ул? Дәрәжә, дан, аҡса, мөхәббәт... Остазына яуап бирергә
һанаулы ғына минуттар ҡалғас, уҡыусы үҙе лә һиҙмәҫтән:
"Ваҡыт!" – тип ҡысҡырып ебәргән.
– Дөрөҫ, – тигән уҡытыусыһы. – Барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле нәмә
ул. Ваҡыт менән һәр кем үҙенсә эш итә. Күп булһа, мөһимлеген
аңламай, уны маҡсатһыҙ көйө бушҡа сарыф итәбеҙ. Кире осраҡта
иһә, үҙ-үҙебеҙҙе аямайынса, өлгөрөү өсөн әллә ниҙәр эшләргә
әҙербеҙ. Тормош – ҡәҙерле мәл, ваҡыт менән тултырылған
һауыт ул.
Дуҫ шатлыҡта беленә?
Бер йәш егет бик бай кешенән уңы-шының серен һораған. Ярлы ғына малай нисек
шундай эшҡыуар булып киткән?
– Мин дуҫтарҙы дөрөҫ һайларға өйрәндем, – тигән ул. – «Дуҫ ауыр-
лыҡта һынала», тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнең бармы?– Эйе. Мин ошо ҡағиҙәне тотоп йәшәйем дә, – тип яуап ҡайтарған
егет.
– Онот һин был һүҙҙәрҙе. Улар төптө дөрөҫ түгел. Дуҫтар
шатлыҡта һынала!
Егет ишеткәндәренә бик аптыраған.
– Бына үҙең уйлап ҡара, – тип аңлатырға тотонған эшҡыуар
егеткә. – Һинең менән берәй ауыр хәл килеп сыҡты, ти. Һиңә
ҡыйын һәм иң башта дуҫың янына хәлдәреңде уртаҡлашырға
бараһың. Хәҙер һеҙ-ҙең икегеҙҙә лә проблема. Икегеҙ ҙә
кәйефһеҙ, икегеҙ ҙә ни эшләргә белмәйһегеҙ. Шулаймы?
– Эйе! Һәм дуҫым миңә мәсьәләне хәл итергә ярҙамлаша!
– Ярай, тәүге мәсьәләңде хәл итеште лә, ти, ә бына
икенселәрендә һәм башҡаларында бер нисек тә ярҙам итә
алмаясаҡ. Ул һине йәлләйәсәк кенә.
– Шулай булһа ла, һәйбәт. Миңә теләктәшлек күрһәтә.
– Был иҫ киткес насар! Мәсьәләңде хәл итәһе урынға һин дә
үҙеңде йәлләй башлаясаҡһың, – тигән эшҡыуар. Аҙаҡ үҙ
тормошонан миҫал килтергән:
– Мин дуҫтарҙан уңдым. Улар бер ваҡытта ла йәлләмәне,
мәсьәләләремде хәл итешеү ту-раһында әйтеп тә
тормайым. Улар уңыштарыма бергә шатлана! Әгәр һинең
проблемаң бар икән, үҙ алдыңа хәл ит, тик шунан һуң ғына
дуҫтарыңа бар һәм еңеүҙе бергә байрам итегеҙ. Икенсе бер
кешене йәлләүе еңел ул. Ә һин башҡаларҙың уңышына
көнләшмәйенсә, ихлас ҡыуана бел, быға өйрәнергә кәрәк.
Ошо ысын дуҫлыҡ миңә эшемдә уңыштар яуларға ярҙам
итте лә инде!
Читайте нас