Кисә, 12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында 22-се мәктәпкә 85 йәш тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Шуныһы мөһим, биш йыл элек был уҡыу учреждениеһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә башланы. Бидәле булыуынса, ул 1943 йылда Луганск өлкәһен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткән саҡта һәләк булғайны.
Был иҫтәлекле дата айҡанлы мәктәп биләмәһендә Миңлеғәле Шайморатовтың бюсы асылды.
Мәктәп директоры Гөлназ Серова белдереүенсә, урындағы музейҙа легендар башҡорт хәрби начальнигына һәм республика менән һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хеҙмәттәшлеккә арналған бик күп материалдар һаҡлана. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, былтыр Башҡортостан ярҙамы менән 22-се мәктәптә компьютер һәм кадет кластары асылғайны.
– Беҙ ярҙам өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәтлебеҙ, туғандаш республикаға тыныслыҡ һәм сәскә атыу теләйбеҙ, – тине Гөлназ Серова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры төшөрлгән маркаларҙы ғәмәлдән сығарыу сараһында ҡатнашты һәм Петровское ҡалаһының ситендә ҡуйылған совет хәрбиҙәре һәйкәленә сәскә һалды. Тап ошонда дөйөм ҡәберлектә Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән.
– Беҙҙең ата-бабаларҙың хәтерен һаҡсыл рәүештә һаҡлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бында, Петровскоела генерал Шайморатов һәм уның дивизияһы атлыларының рухы тыныслыҡ тапҡан. Беҙ оҙайлы ваҡыт уларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланһын өсөн тырыштыҡ һәм былтыр ил Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе, – тине Радий Хәбиров. – Луганск Халыҡ Республикаһы халҡы үҙенең еңел булмаған барлыҡҡа килеү осоронда ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте. Башҡортостан һеҙгә тыныс үҫеш килһен өсөн һәр ваҡыт дуҫлыҡ ҡулын һуҙырға, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәргә әҙер.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.