+18 °С
Облачно
Общие статьи
30 Апреля 2021, 08:49

Октябрьский ҡалаһында ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған фестваль үтте

Башҡорт тарих йылы сиктәрендә “Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре”тип аталған башҡорт традициялары ҡала фестивале үтте.

Башҡорт тарих йылы сиктәрендә “Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре”тип аталған башҡорт традициялары ҡала фестивале үтте.
Фестиваль 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафиуллина Зөлфиә Ғайфулла ҡыҙының 3, 6-сы класс уҡыусылары һәм Октябрьский ҡалаһы “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙы ойошмаһы берҙәмлегендә үткәрелде.
Был эштең маҡсаты - башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ ижады традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
2018 йыл Октябрьский ҡалаһында Ағинәйҙәр ойошмаһы ойошторолдо. Был сара 4-се йыл рәттән 8-се мәктәптә үткәрелә. Баштағы ике йылында ошо мәктәптә уҡыған башҡорт балаларының ата-әсәләре менән ойошторолдо, һуңғы ике йылда был байрам ҡала кимәлендә үтә.
Сарала ҡала мәктәптәренән 11 ғаилә ҡатнашты. 1-се мәктәп- Фазрахмановтар ғаиләһе, 3-сө гимназия- Хәсәновтар ғаиләһе, 4-се гимназия- Ямалетдиновтар ғаиләһе, 8-се мәктәп- Шариповтар ғаиләһе, 9-сы мәктәп- Нәбиуллиндар, 11-се гимназия- Рафиҡовтар ғаиләһе, 12-се мәктәп- Шарифуллиндар ғаиләһе, 17-се мәктәп- Вәлиевтар ғаиләһе, 20-се мәктәп- Латыповтар ғаиләһе, 20-се мәктәп- Фарраховтар ғаиләһе, 22-се мәктәп- Ахуновтар ғаиләһе.

Фестивалдең 1-се өлөшөндә 8-се мәктәп уҡыусылары һәм ҡаланың “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары башҡорт халҡының традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамаша менән башлап ебәрҙе. 3-сө класс уҡыусылары (Ғатауллина Самира, Ғарипова Ләйсән, Шарипов Азамат) ҡобайыр башҡарҙы.
Туймазы ҡалаһынан “Тамға” ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова “Төньяҡ-көнбайыш мотивтары” күргәҙмәһе менән таныштырҙы.
Фестивалдең 2-се өлөшөндә башҡорт ғаиләләре ҡайһы ырыуға ҡарағандары тураһында һөйләне, ғаиләләре менән таныштырҙы, төрлө милли уйындарҙа ҡатнашты.
Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Нәзип улы Исхаҡовтың сарала ҡатнашыуы фестивалдең дәрәжәһен тағын да күтәрҙе.
Читайте нас