Һоҡланғыс кешеләр була. Ҡылған ғәмәлдәре, эшләгән эштәре, яҡшылыҡтары менән һоҡланыу уята улар. Арабыҙҙа шундай кешеләр байтаҡ. Хәҙерге заман ағымына инеп киткән, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып үҙенә һәм кешеләргә файҙа килтерерлек итеп эшләй белеүселәргә, ябай ғына әйберҙән дә күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырыусыларға һоҡланам. Һоҡланырлыҡ та шул!
Ауылыбыҙҙа ундай кешеләр, ма-турлыҡ тыуҙырыусылар бик күп. Шуларҙың береһе – Йомаҙыбаш ауылында йәшәүсе Наилә Мөсәүир ҡыҙы Нуриева изолондан иҫ киткес матур сәскәләр, яҡтыртҡыс лампалар яһау менән шөғөлләнә. Был эште ул буш ваҡыттарында, төндәрен йоҡламай, мауығып яһай. Ни эшләп төндә лә яһайһың, тигән һорауыма: «Башлаған эшемдең һөҙөмтәһен күрәһем килә», – ти ул, йылмайып. Уның ҡулдары менән яһалған сәскә гөлләмәләренә битараф ҡалыу мөмкин түгел. Ҡарап ҡына тораһы килә, күҙ яуын алырлыҡ шул, ысынлап та. Наиләнең ижад емештәрен кемдер бүләккә, кемдер үҙе өсөн ала. Ҡайһы саҡта уға тормош иптәше Ринат та ярҙам итә. Гөлләмәләр яһау өсөн төрлө материалдар ҡулланыла.
Наиләгә алдағы тормошонда, эшендә уңыштар, ғаиләһенә бәхет, сәләмәтлек теләйем.