+9 °С
Ясно
Общие статьи
15 Марта 2021, 05:17

Бүләккә – “Артек”ка юллама

Республиканың дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында «ГТО-ның йәш судьялары» бәйгеһе уҙҙы

Республиканың дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында «ГТО-ның йәш судьялары» бәйгеһе уҙҙы
Башҡортостандың Хәрби-спорт фонды тарафынан тормошҡа ашырылған «Халыҡ-ара балалар хәрби-тарихи ассамблеяһы «Мәңгелек ут – 2020» социаль-мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан белем биреү тематика программаһы буйынса йомғаҡ яһаны һәм еңеүселәрҙе билдәләне. Улар араһында Йәрмәкәй урта мәктәбе уҡыусыһы Данил Лоҡманов та. Ул еңеүсе сертификатына эйә булды һәм «Артек»ка юллама менән бүләкләнде.
Данил уҡыу алдынғыһы, рус теле буйынса мәктәп иншаларының республика бәйгеләрендә, тарих, йәмғиәт белеме, иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларында әүҙем ҡатнашыусы. «Еңеү волонтёрҙары» район хәрәкәте ағзаһы.
«Плеяда» авторҙар төркөмө «Башҡортостан Республикаһы ба-
лалар ҡаҙаныштары энциклопе-дияһы»н тәҡдим итте. Унда үҙ-үҙҙәрен спортта, ижадта, сәнғәттә, туризмда, фәнни һәм интеллектуаль эшсәнлектә күрһәткән балаларҙың уңыш тарихтары баҫылып сыҡҡан. Улар – Рәсәйҙең киләсәге, мәктәп ғорурлығы, әүҙем тормош позицияһына эйә үҫеп килеүсе быуын. Был энциклопедияға Данил Лоҡмановтың исеме индерелеүен раҫлаусы сертификат бар.
Ун беренсе синыф уҡыусыһы спорт менән шөғөлләнергә ярата. Волейбол, футбол һәм хоккей секцияларына йөрөй, милли көрәш менән шөғөлләнә. Район һәм мәктәп ярыштары призёры һәм еңеүсеһе. Бөгөнгө көндә ГТО-ның ике алтын билдәһе, күп һанлы грамоталар һәм миҙалдары бар.
Зөләйхә БАБАНАЗАРОВА.
Читайте нас