+16 °С
Болотло
Общие статьи
11 Декабрь 2020, 12:50

Ике район уҡытыусылары араһындағы хеҙмәттәшлек күпере булдырылды

1 декабрь Бүздәк һәм Туймазы райондарының башҡорт теле уҡытыусылары араһында "Башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙа эффектив алымдар" тигән онлайн видеоконференция уҙҙы

1 декабрь Бүздәк һәм Туймазы райондарының башҡорт теле уҡытыусылары араһында "Башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙа эффектив алымдар" тигән онлайн видеоконференция уҙҙы. Петрова Рәмзилә Мирсәлим ҡыҙы - Туймазы районы Татар - Олҡан урта мәктәбе уҡытыусыһы, Ғәйзуллина Руфия Хәмит ҡыҙы- Туймазы ҡалаһының 5-се урта мәктәбе, Йәмғетдинова Ләйлә Хәмит ҡыҙы - Туймазы районы Төмәнәк урта мәктәбе, Бикбулатова Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Туймазы ҡалаһының 6- сы урта мәктәбе, Ҡайбышева Гүзәл Риф ҡыҙы - Бүздәк районы, Түреш төп белем биреү мәктәбе, Батыргәрәева Әлминә Әнғәм ҡыҙы -Бүздәк районы Ташлыкүл төп белем биреү мәктәбе, Ғабдрәхимова Регина Зиннәт ҡыҙы -2-се һанлы Бүздәк урта мәктәбе уҡытыусылары үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡорт телен өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы итеү, уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү ысулдары хаҡында күп кенә ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтелде. Алдағы көндә лә ошондай осрашыуҙар үткәрергә кәрәк тигән теләктәр белдерҙе уҡытыусылар. Ике район уҡытыусылары араһындағы был күпер оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ күпере булып хеҙмәт итер әле.
Читайте нас