+13 °С
Облачно
Общие статьи
11 Сентября 2020, 12:07

"Аструмда" – милли кейем күргәҙмәһе

“Аструм” сауҙа үҙәгендә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары эштәренән күргәҙмә ойошторолған. Ул республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәренә бағышланған. Ошонда уҡ теләгәндәр милли сувенирҙар, биҙәүестәр һатып алған. Был турала Туймазы районы хакимиәтенең матбуғат үҙәге хәбәр итә. Иртәгә иһә, Милли кейем көнөндә, туймазылар “Родина” мәҙәниәт һарайы алдында “Халыҡ биҙәктәре” тигән концерт ҡарай ала. Ауылдарҙа милли кейем элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә, башҡорт милли кейеменең килеп сығыу тарихы буйынса әңгәмәләр ойошторола. Райондың китапхана хеҙмәткәрҙәре “Милли кейем – халыҡ ижады шишмәһе” тигән китап-иллюстрация күргәҙмәһе үткәргән. Бынан тыш, Туймазы халҡы республикала милли кейемдәргә арнап уҙғарылған фотофлешмобтарҙа ла әүҙем ҡатнаша.

“Аструм” сауҙа үҙәгендә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары эштәренән күргәҙмә ойошторолған.
Ул республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәренә бағышланған. Ошонда уҡ теләгәндәр милли сувенирҙар, биҙәүестәр һатып алған. Был турала Туймазы районы хакимиәтенең матбуғат үҙәге хәбәр итә.
Иртәгә иһә, Милли кейем көнөндә, туймазылар “Родина” мәҙәниәт һарайы алдында “Халыҡ биҙәктәре” тигән концерт ҡарай ала. Ауылдарҙа милли кейем элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә, башҡорт милли кейеменең килеп сығыу тарихы буйынса әңгәмәләр ойошторола.
Райондың китапхана хеҙмәткәрҙәре “Милли кейем – халыҡ ижады шишмәһе” тигән китап-иллюстрация күргәҙмәһе үткәргән.
Бынан тыш, Туймазы халҡы республикала милли кейемдәргә арнап уҙғарылған фотофлешмобтарҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас