Әсғәт Сөләймән улы Моҡсинов байтаҡ йылдар нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу цехына етәкселек итә – “Туймазанефть” нефть-газ сығарыу идаралығында ҡара алтын” сығарыу технология сылбырында мөһим теүәлләүсе быуын. Һуңынан идараның өлкән технологы булған.
Әммә мөһим сәнәғәт эшсәнлеге уны кешеләрҙән айырмаған, уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә илебеҙгә нефть килгән. Ул бик күп ветерандарҙы хәтерләй, улар уның хәтерендә бөтәһе лә иҫән: йәш, шаян, төрлө-төрлө, үҙҙәренсә ҡыҙыҡ. Бер етмеш йыл артҡа ҡайтайыҡ... Ҡан ҡойғос һуғыш бара, һәм Советтар Союзына алышыусы армия, ауыл хужалығы, сәнәғәт өсөн тағы ла күберәк яғыулык талап ителә. Ул ваҡытта ғалимдарҙың һәм сәнәғәтселәрҙең бөтә көсө нефть эшкәртеүҙе тиҙләтеүгә йүнәлтелгән була. Хәрби техниканы заправкалау өсөн кәрәкле продукцияны тиҙерәк һәм күберәк алыу өсөн эште дөрөҫ ойоштороу талап ителә. “Туймазанефть” нефть-газ сығарыу идаралығы эшсәндәре лә был бурысты хәл итеү өҫтөндә эшләй. Нарыш ауылындағы 1-се промыселда бензин ҡоролмаһы төҙөлә. Уны бәләкәй завод тип әйтергә лә була.
Ҡоролма колонна, юл йылыт-ҡысы, йылылыҡ алмаштырғыстан тора. Промыселдың тәүге директоры Тәйүб Әмиркулиев тәжрибәле нефтсе була, нефттән бензин, кәрәсин, солярка ҡыуҙырыу ысулдарын белә. Ул Әзәрбайджандан була, был ваҡытҡа республикала ошо өлкәлә бай тәжрибә туплап өлгөрәләр. Ошо мөғжизә-ҡоролмаға ул идара итә лә инде. Кесе завод төҙөлгәндән һуң, эш башланып китә. Уны хеҙмәтләндереүгә ҡатын-ҡыҙҙар ҡуйыла, дөрөҫөрәге – фронтҡа киткән ирҙәрҙе алмаштырған йәш ҡыҙҙар. Уларҙың остазы “Туймазанефть” нефть-газ сығарыу идаралығының буласаҡ начальнигы, һуңынан СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары А.Жданов була. Анатолий Михайлович вахтаға төнгө сменаға сыға, яңы эш башлаған эшсәндәргә газ, ҡайнар нефть, бензин үҙенсәлектәре, улар менән нисек эшләү тураһында һөйләп китә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләренән тайпылған осраҡта бөтәһенә лә бәла янай. Шуға күрә Жданов ҡыҙҙарға технологияны яҡшыраҡ үҙләштерергә, ҡурҡыу хисен еңергә булыша. Ҡоролмаға беренселәр иҫәбендә Александра Медведева (Большакова) эләгә. Ул 1925 йылда ишле балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1941 йылда ете класс тамамлай, унан һуғыш башлана. Үҫмерҙәрҙе ул ваҡытта ФЗО-ға ебәрәләр. Александра нефть эшкәртеү операторы белгеслеге буйынса Ишембай һөнәр училищеһына барырға ҡарар итә. Тырышып уҡый, бер уңайҙан сәнәғәттә практика ла үтә. Ул ҡатмарлы йылдарҙа балалар тиҙ олоғая, ватанға тоғролоҡ хисе көслө була. Ул училищены тамамлағансы, уның өс туғаны фронтта һәләк була.
1944 йылда уны яңы ҡоролмаға өлкән оператор сифатында “Туймазанефть” нефть-газ сығарыу идаралығына ебәрәләр. Александра Ивановна һөйләүенсә, уның бурысы – теге йәки был температура режимын тәьмин итеү була: беренсе режим буйынса юғары сорт, икенсеһе буйынса – икенсе сорт бензин, өсөнсөһө буйынса солярка, дүртенсеһе буйынса кәрәсин алына. Ул йылдарҙа Рәсәйҙең бөтә төпкөл төбәктәрендә йорттар киске яҡта кәрәсин лампаһы менән яҡтыртыла. Әммә кәрәсингә ҡытлыҡ кисерәләр, күптәрҙең уны йүнәтеү мөмкинлеге булмай. Йорттарын сыра менән яҡтырта, утлы күмере һыулы силәккә төшһөн өсөн ҡоролмалар уйлап табалар – тораҡтарында ут-күҙ сығыуҙан ҡурҡалар. Ҡыҙҙар өйҙәренә ошо кәрәсинде үҙ ҡулдары менән етештереүе, уларҙың соляркаһында совет танктары йөрөйәсәге, уларҙың бензинында ауыр быраулау йыһаздарын ташыған аттарға ярҙамға киләсәк машиналар эшләйәсәге тураһында ғорурланып хаттар яҙа.
Александра Ивановнаның әхирәте Катя Мишанова була. Иҫ киткес әүҙем, етеҙ ҡыҙ. Ул да крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, һуғышҡа тиклем аталары уларҙы Шаран районы Сепрәле ауылынан Октябрьскийға күсереп өлгөрә. Ул фронтҡа китә һәм күп тә үтмәй һәләк була. Екатерина эшкә инергә теләй. Әмма йәше етмәй – ул 1928 йылғы була. Шул ваҡытта паспорт алыу өсөн тағын ике йыл өҫтәлә. “Туймазанефть” нефть-газ сығарыу идаралығы парткомы сәркәтибе уға ярҙам итә – эшһеҙ иҫән ҡалмаясаҡ. Шулай итеп Катя бәләкәй заводҡа урынлаша. Нефтте йылытыу ҡоролмаһында кочегар була. Кес кенә завод – был образлы атама ғына, ысынында асыҡ һауа аҫтында торған ҡоролма, кешеләр эҫелә лә, буран-һалҡындарҙа ла, ҡойма ямғырҙа ла вахтаға сыға.
Юл йылытҡысы форсункаларына эйәрсен газ килә, ул етмәһә, ҡайнар нефть өҫтәлә, һәм Екатерина бирелгән программа буйынса темпратураны һаҡлай. Бер минутҡа ла иғтибарҙы юғалтырға ярамай, был бик етди эш була. Александра колонна өҫлөгөн йылытыу температура-һы даими үҙгәреше технология эшен башҡара. Уға махсус насос ярҙамында нефть ҡыуҙырырға тура килә. Талап ителһә, температураны һүрелдерергә кәрәк була. Газ сепараторы бензины тауар һыйышлығына ағыҙыла. Журналға теркәп, продукция оҙатыу эшен дә Екатерина башҡара. Ҡыуҙырыу операторы Рәҡиә Ҡотлойәрова менән элемтә тотоусы ла була ул. Рәҡиә йылылыҡ алмаштырғыстар аша промыселдан килгән нефтте (йөҙ кубометрлы ике ҙур резервуар) юл йылытҡыстарына ҡыуҙыра, нефттең бер өлөшө иһә 7-се ҡаҙанлыҡ эргәһендәге нефть паркына китә. Нефтте тигеҙ өлөштәргә бүлеп биреүгә бөтә бензин ҡоролмаһы эше бәйле була, шуға күрә Рәҡиә өҫтөндә ҙур яуаплылыҡ ята. Ғөмүмән, ҡыҙҙарҙың өсөһө лә мөһим дәүләт бурысын хәл итә, быны яҡшы аңлай һәм үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Әҙер продукцияны махсус машиналарҙа Туймазыға эстакадаға оҙаталар, унан һуң уны тәғәйенләнеше буйынса ебәрәләр.
Бензин ҡоролмаһын ремонтлау менән булдыҡлы егеттәр – Фёдор Харжавин һәм Кирилл Матвеев шөғөлләнә. Харжавиндың китаптарға мөкиббәнлеге иҫтә ҡалған, ул күп уҡый һәм беҙгә байтаҡ мауыҡтырғыс тарихтар һөйләй ине. Әсғәт Сөләймән улы был кешеләр тураһында ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә ала. Ленин ордены кавалеры, тәжрибәле нефтсе, йәштәрҙең остазы Ишбулды Бикбаев та уларҙы яҡшы хәтерләй.
Беренсе промыселдағы бәләкәй завод 1948 йылға тиклем эшләй. Ул заманға Өфө заводтары эшләй башлай, улар нефть эшкәртеү ихтияжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Йыһаз үҙ мөмкинлектәрен үтәй. Кешеләрҙе нефть-газ сығарыу идаралығы нефть паркына күсерәләр. Александра Ивановна кейәүгә сыға, декрет ялынан һуң тотош нефть әҙерләү ҡоролмаһында эшләй һәм шунан пенсияға китә. Екатерина менән Рәҡиә тауар операторҙары булып эшләй, бөтәһе лә бер бригадала була.
Ул ваҡыттан бирле байтаҡ йылдар уҙған, әммә һуғыш осоро ҡыҙҙары һәм егеттәрен, уларҙың батырҙарса хеҙмәтен иҫкә төшөрөү зарур. Тәүлек һайын ике мең тонна нефть! Төбәк халҡы өсөн кәрәсин. Техника өсөн солярка. Эшкә тоғролоҡ, дуҫлыҡ, айырым мәғәнәгә эйә тормош – асылда, хеҙмәт фронты был.