Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында күптән көтөлгән ваҡиға булды – уның бер өлөшө башҡорт телендә үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровтың сығышы башҡорт телендә барҙы. Фәнүр Йәғәфәров Башҡортсотанда үтәсәк Милли костюм көнө тураһында сығыш яһаны.
Башҡортостанда Милли костюм көнө апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе шишәмбеһе үтәсәк итп планлаштырыла. Быйыл байрам 11 сентябргә тура килә. Саралар онлайн форматта ойоштороласаҡ. Шул иҫептән, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, дефиле, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, флешмобтар һәм башҡалар.
11 сентябрҙә 19 сәғәттә Конгресс-хол янында ҙур әйлән-бәйлән үтәсәк, унда теләгән кешеләр үҙҙәренең милли костюмын кейеп килә ала.
– Матбуғат сараларында был көн киң яҡтыртылырға тейеш. Кешеләр милли кейемдәр тарихы менән таныша, уларҙың үҙенсәлектәрен белә алһын. Йәрминкә һәм күргәҙмәләр ойошторорға кәрәк, кешеләр унда костюмдың элементтарын, аксессуарҙар һатып ала алһын, – тине Фәнүр Йәғәфәров.
Был көндәрҙә милли кейем элементтарын эшлекле һәм көндәлек кейемдә файҙаланырға тәҡдим ителде.
– Бында мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре генә түгел, башҡа өлкәлә эшләгәндәр ҙә ҡатнашһын. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр башҡаларға тамырҙарына ихтирамлы ҡараш өлгөһө булыр ине. Йәштәр араһында ир-аттың эшлекле костюмын популярлаштырыу бик мөһим, – тине Фәнүр Йәғәфәров.