-2 °С
Облачно
Общие статьи
2 Апреля 2020, 12:02

Хәтер һаҡлай ҡәҙерле ҡомартҡы

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай... Эйе, ҡәһәрле һуғышты нисек оноторға? Уны оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ! Сөнки беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн олатайҙар ғәзиз ғүмерҙәрен биргән.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ! Был бик ҡәҙерле һәм мөһим дата! Сөнки Рәсәйҙә өйөнән һуғышҡа китмәгән бер генә ғаилә лә юҡ! Минең дә олатайҙарым һуғышта булған, тик улар тураһында беҙ бик аҙ беләбеҙ. Ике олатайымдың да ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашып, хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡара ҡағыҙ ғына килгән.
Бөгөн мин уҡытыусым Бикбулатова (Ҡарабаева) Гөлмирә Йәмил ҡыҙының ҡартатаһы тураһында һөйләргә теләйем. Сөнки уҡытыусымдың ғаиләһендә унан ҡалған ҡәҙерле ҡомартҡыһы һаҡлана. Ул – яуҙан килгән хат! Уны – Ҡарабаев Ғәйнетдин Садрислам улы ҡаты бәрелештәр ваҡытында ҡәҙерле кешеләренә яҙған.
Ҡулымда ике хат! Был хаттарҙың береһенә – 106, икенсеһенә – 78 йыл! Хаттар боронғо төрки телдә ҡәләм менән яҙылған. Ул йылдар үтеү сәбәпле, юйыла ла башлаған. Шөкөр, бөгөн уны уҡый алырлыҡ шәхестәр бар.Ғәйнетдин олатай туғандарына, күрше-күләнгә, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән таныштарына сәләм тапшырған. Тиҙҙән һуғыш тамамланып, өйгә ҡайтырҙарына өмөтөн өҙмәүен белдергән.
Тәүге хат – 1914 йылда - Беренсе Донъя һуғышынан, икенсе хат – 1942 йылда, Сталинград ҡалаһы өсөн барған ҡаты яуҙан, ебәрелгән. Тәүге һуғышҡа Ғәйнетдин олатай йәш килеш алынған булған. Ҡаты бәрелештәрҙән һуң ял ваҡытында таныштарын, күрше ауылдан ир-егеттәрҙе осратыуын, кемдеңдер һәләк булыуын, ҡайһыларының яраланып госпиталгә һалыныуын хәбәр итә.
Икенсе хаттан күренеүенсә, ул ваҡытта олатай өйләнгән булған. Һөйөклө ҡатынына балаларын һаҡлауын үтенеп, ашарҙарына бармы, утын-бесән әҙерләй алдығыҙмы тип яҙған. Был юлдарҙан яугирҙың ҡаты бәрелештәр ваҡытында ла ғаиләһен ҡайғыртыуы үҙәкте өҙә.
Яугир хаты... Бөгөн ул балалары, ейәндәре өсөн оло ҡомартҡы! Сөнки был хат Ғәйнетдин олатайҙың һуңғы сәләме була. Ул ҡаты бәрелештәрҙең береһендә һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡара ҡағыҙы ғына килә.
“Ҡартатайым Ғәйнетдин Саҙрислам улы Ҡарабаев Ейәнсура районының Самаҙы ауылынан. Һуғыш башланғанда ул колхоз председателе булып эшләй. Уны белгән кешеләр олатайҙың кешелекле, кеселекле булыуын иҫкә ала ине. Эшенә бик яуаплы ҡараған, намыҫлы, ярҙамсыл булған. Мәскәүҙә үткән Халыҡ хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыуы ла уның алдынғы етәксе булыуы тураһында һөйләй. Йәше олоғая барыуына ҡарамай, етәкләгән хужалығын, ҡатынын итәк тулы, береһенән-береһе бәләкәй балалары менән ҡалдырып, үҙ теләге менән һуғышҡа китеп Сталинград өсөн барған ҡаты, аяуһыҙ бәрелештәрҙә хәбәрһеҙ юғала”,-тип һөйләй ҡәҙерле кешеһе хаҡында уҡытыусым.
Яугир ауа. Әммә уның нәҫеле, дауамы булып бөгөн ерҙә балалары, ейәндәре, бүләләре йәшәй һәм ҡартаталарын онотмай! Һәр Еңеү Яҙында уның портретын күтәреп Үлемһеҙ Полк рәтенә баҫа улар!
“Атай ҡайтманы... Унан беҙгә мираҫ булып, үҙ ҡулдары менән яҙылған ике хаты ғына ҡалған. Әсәй көттө, оҙаҡ көттө, беҙ ҙә өмөттө өҙмәнек, әммә ғүмер шулай үтте. Балаҡайҙарым, был хаттарҙы уның төҫө, ҡомартҡыһы итеп һаҡлағыҙ”,- тип үтенесен белдергән ҡыҙҙарына Ғәйнетдин олатайҙың кесе улы Йәмил олатай.
Ошондай ҡомартҡылар һаҡланһа – Хәтер ҙә йәшәр, улар үлемһеҙ!

Динислам Вәлиев,
Туймазы ҡалаһы 6-сы урта мәктәп уҡыусыһы.
Читайте нас