Күнәктәрем ҙур булһа ла,
Үҙем әле бәләкәй.
Әсәйемә ярҙам итһәм
Күңел үҫеп киткәндәй!
Егет кешегә аҙ тиҙәр ,
Етмеш төрлө һөнәр ҙә.
Әсәйҙең һыуҙан ҡайтҡанын
Нисек түҙеп көтөргә!
Уралымдың һалҡын ҡышы
Мине һис тә ҡурҡытмай.
Тик бына нисек ҡайтырға
Тамсы һыуҙы сайпылтмай?!
Ҡайтырмын! Егет кешегә
Ҡурҡыу һис тә килешмәй.
Көтәбеҙ һеҙҙе ҡунаҡҡа,
Килегеҙ,эсербеҙ сәй!
Гөлмирә Бикбулатова