Тар йүнәлешле күсмә бригада составына нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог һәм офтальмолог инә. Табип бригадары эшендә «Әсә һәм бала» клиник госпитале белгестәре лә ҡатнаша.