Ысынмы-юҡмы, яратҡан йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллиндың никахы булған, тип яҙа «Башҡортостан» гәзите. Татарстандың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яңы йыл байрамдарын тыуған ауылы Ҡарамалы-Ғөбәйҙә үткәргән.
"Инстаграм"да үткәрелгән тура эфирҙарҙың береһендә бирелгән һорауға ул: «Эйе, никах һәйбәт үтте, барыһы ла яҡшы”, - тип яуап биргән. Аҙаҡ инде йырсыға никах тураһында һорауҙар яуҙыра башлағандар: «Ришат, һин әллә өйләндеңме?», «Кемдең никахы булды һуң?», «Кәләшеңде күрһәт инде!».