+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 17:33

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Miss international Ufa — 2019» матурлыҡ һәм һәләт республика конкурсын үткәреүгә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы

Республика конкурсының һайлап алыу турына 60 ғариза ҡабул ителгән. Шулар араһынан 11 ҡыҙ һайлап алынған

Финалға сыҡҡан һәр конкурсант 18 ноябрҙә Башҡортостан дәүләт концерт залында үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙенсәлектәрен күрһәтте. Быйыл башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, әзербайжан, әрмән, грузин, һинд, ҡытай, ангола, куба халыҡтары вәкилдәре үҙ милләтенең данын яҡланы.
Йәрмәкәй районы ҡыҙы – Регина Рауилова татар халҡы исеменән сығыш яһаны. Ул 2018 йылда Октябрьский музыка колледжын тамамлаған. Бөгөнгө көндә Йәрмәкәй балалар фольклор ансамбле етәксеһе ул.
Матбуғат конференцияһында ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади номер тәҡдим итте. Үҙҙәре бешереп алып килгән милли ризыҡтар менән һыйланы.
Источник: ИА «Башинформ»
Фото из открытых источников.
Читайте нас: