+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2019, 17:41

“Ауыл адвокаттары” ярҙамға ашыға

Яңы театр миҙгеле башланыуға бер нисә аҙна ҡалһа ла, уға әҙерлек тулы ҡеүәттә бара.

Яңы театр миҙгеле башланыуға бер нисә аҙна ҡалһа ла, уға әҙерлек тулы ҡеүәттә бара. Театр эстән дә, тыштан да күркәмләнә, коллектив иһә тамашасыларға бүләк – М.Кәрим әҫәре буйынса “Ауыл адвокаттары” спектаклен әҙерләй.

Яңы тамашаның беренсе репетициялары – рәссам картинаһындағы тәүге һыҙыҡтар кеүек. Башта фекер, уй тыуа, ул тора-бара үҫә, байый. Сәхнәлә декорация юҡ, сәхнә костюмдары кеймәгән актёрҙар тексты ҡағыҙҙан уҡый. Әммә быны шул ҡәҙәр тере һәм хисле итеп эшләй улар, яңы пьеса геройҙарын – үҙенең иҫке дуҫтары Ҡорбанғәли һәм Нурислам менән колхоз рәйесе Кәшфулланы һәм колхоз баҫыуында былтырғы ағыулы бойҙай урлаған малайҙарҙы күргәндәй булаһың...

«Ауыл адвокаттары” – һәр саҡ дөрөҫлөк һәм намыҫлылыҡ яғында баҫҡан, хатта иң ауыр минуттарҙа ла үҙ һүҙенән сыҡмаған, ҡулынан килгәнсә игелек эшләгән дуҫтарҙы шулай атайҙар.

Ҡайҙа ябай халыҡ мәҙәге, ҡайҙа тормош фажиғәһе һәм хәҡиҡәте менән һуғарылған тарих бер генә ауылдың түгел, тотош илебеҙҙең яҙмышын сағылдыра. Һуғыш осоро, аслыҡ, коллективлаштырыу мөхитенә тамашасылар бик тиҙҙән эләгәсәк – премьера октябрь аҙағына билдәләнгән.

Спекталде баш режиссёр Илнур Муллабаев сәхнәләштерә. Туймазы театрында өсөнсө йыл эшләй ул, әммә уның тамашаларын халыҡ яратып та өлгөһө инде. Илнур Биктимер улы һәр артисҡа асҡыс ярата белә, пьеса өҫтөндә эшләгәндә уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала, персонаждарҙың хол-ҡон һәм уларҙың ҡылығын аңларға ярҙам итә. Бына шуға ла спектаклдәр эскерһеҙ, хисле була һәм тамашасылар йөрәгенә барып етә.

Сәхнәлә – студенттар

Премьерала актёрҙар коллективы тулыһынса уйнай, шуға күрә театр һөйөүселәр сәхнә аҡһаҡалдарының да, күптән түгел эшләй башлаған артистарҙың да сығышын күреп ләззәтләнәсәк. Улар иҫәбендә – труппаның иң йәш ағзалары Айҙар Хөснөтдинов һәм Гөлназ Саттарова. Уларҙы коллективта яратып “беҙҙең студенттар” тип йөрөтәләр.

– Йәш алмашҡа ихтыяж тыуғас, театр директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин менән Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институтына икенсе курс студенттарының йомғаҡлау имтиханына киттек, – ти Илнур Биктимер улы. – Талантлы егет-ҡыҙҙарға шунда уҡ күҙ төштө һәм уларҙы үҙебеҙҙең театрға эшкә саҡырҙыҡ. Уҡыуҙарын ситтән тороп уҡыу бүлегендә тамамларға тәҡдим иттек.

Айҙар менән Гөлназ коллективҡа тиҙ эйәләшә, унда йәштәргә хас сәмлелек бар. Улар етеҙ, үҙҙәренән нимә талап ителгәнен тиҙ аңлап ала һәм өйрәнә. Өлкән быуын вәкилдәре йәш артистарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған: кәңәш бирә, актёрлыҡ оҫталығы серҙәрен уртаҡлаша.

Бер йылда йәштәр театрға мө-киббән халыҡтың иғтибарын яулап өлгөргән: һөйкөмлө һым тыйнаҡ Гөлназ “Аяуһыҙ уйындар”ҙа Нели ролен, төҙ кәүҙәле Айҙар “Легионер”ҙа йәш Жаббар образы менән иҫтә ҡалған. Йәштәрҙең Туймазы театры сәхнәһендә беренсе аҙымдары һәм тәьҫораттары тураһында репетициялар араһындағы тәнәфес ваҡытында әңгәмәләштек.

“Бәләкәй ролдәр булмай...”

Яңы пьеса тураһында фекерҙәрен һорашҡас, Гөлназ менән Айҙар бер тауыштан “Ауыл адвокаттары”ның шаҡтай ҡатлаулы әҫәр булыуын раҫланы. Классик әҫәр был, өҫтәүенә, Мостай Кәрим – философ. Шуға күрә һәр юл араһындағы фекерҙе күрә белеү зарур. Автор фекерен тамашасыға еткереү – тағын да ауырыраҡ.

– Пьесала һүҙ күптәнге ваҡиғалар тураһында бара, улар беҙ – йәштәр өсөн ят, – ти Айҙар. – Сценарийҙы уҡыған һайын үҙем өсөн яңылыҡ асам, хәл-ваҡиғаларға икенсе күҙ-лектән ҡарарға тырышам. Әҫәрҙең асылы тора-бара аңлашыла һәм бының өсөн ролгә кереп бөтөргә кәрәк.

– Һәм бында режиссёр Илнур Биктимер улының ярҙамы ҙур, – тип өҫтәй Гөлназ. – Уға һәр ваҡыт һорау бирергә мөмкин, бергәләп пер-сонаждарҙың холҡон тикшерәбеҙ, уларҙың ҡылыҡ-ғәмәлдәрен аңлар-ға тырышабыҙ. Коллективыбыҙға ла ҙур рәхмәт. Улар беҙгә ниндәй интонация һайларға, билдәле күренештәрҙә ниндәй йөҙ салыштары күрһәтергә кәңәш бирә.

– Беренсе сентябрҙе һеҙ репетиция ла ҡаршыланығыҙ, кур-сташтарығыҙ иһә яңы уҡыу йылына инде. Сәхнә тәжрибәһенең башҡа ваҡиғаларға ҡараған-да өҫтөнлөгө бар тип уйлайһы-ғыҙмы?

– Ғәмәлдә эш менән уҡыуҙы бергә алып барыу ҡатлаулы, – тип ауыр һулай Гөлназ (әйткәндәй, улар гел “бишле”гә генә уҡый). – Буш көн булған һайын Өфөгә ашҡынабыҙ. Әлбиттә, театрҙа эшләү ҙур тәжрибә бирә, әммә белем дә алаһы килә.

– Туймазыла эшләргә тәҡдим иткәс, ҡарарҙы тиҙ ҡабул ит-тегеҙме?

– Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыу ахмаҡлыҡ булар ине, – тип көлә ҡыҙ менән егет.

– Туғандар менән кәңәшләшеп, барыһын да үлсәгәс – ыңғай яуап бир-ҙек. Ҡурҡыу бар ине – оҡшамаһаҡ, кире ҡайтарып ебәрһәләр, ояты ни тора! Шуға күрә тәүге көндәрҙән үк режиссёр күрһәтмәләрен теүәл үтәргә, кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға тырышабыҙ. Сәхнә аҡһаҡалдарына еткәнсе беҙгә әле үҫәһе лә үҫәһе, әммә яратҡан эшең менән шөғөлләнгәс, илһамланып, алға атлайһың.

– Һеҙҙең персонаждар образы нисек туплана?

– Режиссёр беҙгә һәр саҡ тирә-яҡтағыларҙы күҙәтергә ҡуша. Хә-ҙер беҙ кешеләргә актёр күҙлегенән ҡарап бағабыҙ, үҙенсәлекле һөй-
ләмде, хәрәкәттәрҙе иҫтә ҡалды-
рабыҙ. Ҡайһы ваҡытта персонаж-дағы бәләкәй генә деталь дә уның холҡон асырға ярҙам итә. Мәҫәлән, Туфан Миннулиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһында мин ете йәшлек малайҙы уйнаным, – тип һөйләй Гөлназ. – Уның холҡон асып биреү өсөн энемде иғтибар менән күҙәтә башланым. Нисек уҡый, нисек хәрәкәтләнә, һөйләшеүенә иғтибар иттем. Һөҙөмтәлә, ролем уңышлы килеп сыҡты, минеңсә.

– Геройҙарымдың хис-тойғолары үҙеңдекенә яҡын булһа, уйын ышаныслыраҡ килеп сыға, – тип өҫтәй Айҙар. – Был пьесала мин ағай ролен башҡарам. Сценарий буйынса ул бер ҡыҙ артынан йөрөй, уның бабаһына оҡшарға тырыша. Шулай тура килде инде, үҙемдең тормошомда ла бер ҡыҙ йөрәген яулап йөрөгән сағым ине. Был спектаклдә ыңғай сағылды – мин шәхси кисерештәрем-де өҫтәнем, персонажым Мансур иһә тормоштағы холҡома төҙәтмәләр индерҙе. Ғөмүмән, бындай хәл ир-егеттәрҙең барыһына ла таныш, минең геройҙарымдан күп нәмәгә өйрәнергә була.

– Гөлназ, һеҙ “Ауыл абвокат-тары”нда шулай уҡ малай ролен башҡараһығыҙ. Был һеҙҙең холҡоғоҙға ҡаршы килмәйме? Һеҙ шундай сибәр йәш ҡыҙ...

– Актёрҙың эше шунан ғибәрәт тә инде – бар ролде лә яҡшы итеп башҡарыу. Һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡҡа һынап ҡарау оҡшай миңә – мин шул рәүешле актриса булараҡ үҫәм.

– Спектакль алдынан тулҡын-ланаһығыҙмы?

– Һәр ваҡыт! – бер тауыштан шундай яуап алдым. – тулҡынланыу шул ҡәҙәр көслө, бер урында ултырып сыҙап булмай хатта. Һүҙҙәр онотолған кеүек. Әммә сәхнәгә сығыу менән тамашасынан килгән энергетиканы тояһың, хеҙмәттәшең менән үҙ-ара элемтәгә инәһең һәм һине әкренләп сәхнә биләп ала. Нәҡ шул миҙгелдәр өсөн эшләйбеҙ ҙә инде беҙ.

Читайте нас: