+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2019, 19:32

Тарих, бүләктәр, йыр-бейеү...

Октябрьский (Йәмәғәт ҡалаһы) илебеҙ картаһында 1937 йылда барлыҡҡа килә. 1946 йылда ҡала дәрәжәһе ала. 2019 йылдың беренсе сентябрендә Октябрьский ойошоуының 82 йыллығын һәм ҡала дәрәжәһенә эйә булыуының 73 йыллығын билдәләне.

Октябрьский (Йәмәғәт ҡалаһы) илебеҙ картаһында 1937 йылда барлыҡҡа килә. 1946 йылда ҡала дәрәжәһе ала. 2019 йылдың беренсе сентябрендә Октябрьский ойошоуының 82 йыллығын һәм ҡала дәрәжәһенә эйә булыуының 73 йыллығын билдәләне.

Октябрьскийҙа ҡала көнө һәм Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте көнөнә бағышланған тантаналы саралар үтте. “Нефтсе” мәҙәниәт һәм ял паркында үҙ ҡалаһын яратҡан һәм уның тарихы менән ғорурланған байтаҡ халыҡ йыйылды. Йөкмәткеле байрам программаһы бер кемгә лә күңелһеҙләнергә урын ҡалдырманы.

Парк алдында сәскә композицияларынан “Сәскә аҡланы” һәм мәктәпкәсә һәм дөйөм мәғариф ойошмалары уҡыусылары, педагогтары һәм ата-әсәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Улар зауыҡлығы, үҙенсәлеклелеге менән таң ҡалдырҙы.

Оло паркта йөҙләгән кеше йыйылғайны. Байрам ҡунаҡтарын тынлы оркестр ҡаршыланы.

Бында “Октябрьский: кадрҙа сағылған тарих” фото күргәҙмәһе, “Йәш Октябрьский” һәм “Нефть һәм газ сәнәғәте алдынғылары” ретро-фо-токүргәҙмәһе. Октябрьскийҙа йәшәү-се ғаиләләрҙең шәжәрәләре, балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының эштәре, кейеҙҙә үҙенсәлекле картиналар күргәҙмәләре эшләне. “Асыҡ һауалағы китапхана”, Баш-ҡортостандың 100 йыллығына китап күргәҙмәһе, “Мостай Кәримде уҡыйбыҙ” шиғриәт сараһы, “Китап театры” фото төбәге һәм башҡа интерактив майҙансыҡтар бар ине. “Октябрьский оҫталар ҡалаһы” ижад берләшмәһе оҫталары ҡул эштәрен тәҡдим итте. Ҡаланың сауҙа үҙәктәре тәмле-тәмле ризыҡтар менән һөйөндөрҙө.

Балалар өсөн робот техникаһы, һүрәт яһау, әүәләү, толомдар үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Спорт майҙансыҡтарында стритбол, гер сөйөү, ятҡан ерҙән күтәрелеү, ҡул көрәштереү ярыштары үтте. Балалар халыҡ уйындарында ҡат-нашты. Милли көрәште тамаша ҡылыусылар ҙа бихисап күп ине. Ярыштарҙың төп бүләге – бәрәнде Илнур Хафизов (үҫмерҙәр араһында), Илвар Хисмәтуллин (ирҙәр ара-һында), Хәлил Ғарифуллин (ветерандар төркөмөнән) алып ҡайтып китте.

Байрамға килгән һәр кем күңеленә хуш шөғөл тапты. Октябрьскийлылар менән был шатлыҡлы ваҡиға-ны Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Шмелёв, Федерация Йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай һәм ҡала округы Советы депутаттары, нефть сәнәғә-те предприятиелары ветерандары һәм эшсәндәре, ҡаланың маҡтаулы граждандары уртаҡлашты.

Тантаналы саралар алдынан дәрәжәле ҡунаҡтар “Ҡала нефтселәренең хеҙмәт батырлығы” һәйкәленә сәскә һалды һәм күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡты.

Октябрьский ҡалаһының 73 йыл-
лығына арналған сараларҙың иң
мөһиме, әлбиттә, концерт прог-раммаһы, ҡала округы үҫешенә ҙур өлөш индергән октябрьскийлыларҙы бүләкләү булды.

“Нефтсе” паркы стадионында үткән тантаналы өлөштә байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сәләмләне. Александр Геннадьевич октябрьскийлыларға юғары бүләктәр тапшырҙы. Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары менән “Ойл-Сервис” йәмғиәтенең инновация һәм финанс сәйәсәте советнигы Әхмәт Ишмөхәмәтов, “ВНИИГИС” фән-сәнәғәт предприятиеһы баш директоры Владимир Перелыгин билдәләнде.

Октябрьский ҡалаһы БР 1-се ҡала дауаханаһы хирургия бүлексәһе табиб-хирургы Рәйес Исмәғилев һәм БР 1-се ҡала дауаханаһы ультратауыш диагностикаһы табибы – ультратауыш диагностикаһы бүлексәһе мөдире Александр Казаков “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булды.

“Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалы Павел Глуховҡа, Шамил Миңғулов, Вера Соколова, Михаил Трубин, Рәйеф Хажиевҡа тапшырылды.

Халыҡты байрам менән ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Шмелёв тәбрикләне. Ул ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын өләште.

Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән “ОЗНА” компанияһы йәмғиәте ҡаҙанлыҡ-сварка цехы металл ҡоролмалар йыйыу слесары Дмитрий Блохин, “Ентекле төҙөлөш идаралығы” ойошмаһы етәксе инженеры Олег Гаас, “Башнефть-Добыча” йәмғиәте “Туймазанефть” нефть-газ сығарыу идаралығы Туймазы 3-сө нефть һәм газ сығарыу цехы етәксе геологы Динара Ғайсина, шәхси эшҡыуар, “Квик” кафеһы етәксеһе Азат Ғарифуллин, Октябрьский ҡалаһында БР Көн-байыш “Ғаилә” район-ара үҙәге ғаилә хеҙмәте етәксеһе Әлмирә Камалова, “Октябрьсккоммунводоканал” предприятиеһы Яҡшай һыу йыйғысы участкаһы мастеры Азат Нуриев, 18-се дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Татьяна Попова, “ПетроТул” йәмғиәте башҡарма директоры Александр Ярославцев бүләкләнде.

Рәсәй Федерацияһы Федерация йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин тормошҡа әүҙем ҡарашы һәм Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проектын тормошҡа ашырыуға индергән өлөшө өсөн Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы сәркәтибе Фәнис Нурғәлиев һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы Прогресс беренсел бүлексәһе сәркәтибе, “Октябрьский нефть колледжы” мәғариф ойошмаһы директоры урынбаҫары Татьяна Хәйҙәроваға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Тантананы ҡаланың ижад коллективтары әҙерләгән ҙур байрам концерты дауам итте. Артистар Октябрьский халҡын сығыштары менән һөйөндөргән арала дәрәжәле ҡунаҡтар Мәскәү проспектына Боҙ һарайы төҙөлөшө менән танышырға юлланды. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Октябрьскийҙың 75 йыллығына объект төҙөлөп бөтәсәк тип ышандырҙы. Һуңыраҡ байрам “Нефтсе” паркының йәйге эстарадаһына күсте. Унда концерт программаһы Балалар-үҫмерҙәр йорто ижад коллективтары сығышы менән алмашынды. Халыҡҡа айырыуса буяуҙар фестивале оҡшаны.

“Талантар бродвейы”нда ижади йәштәр яратҡан ҡалаһын киске программа менән һөйөндөрҙө. Ҡала округы хакимиәте ҡаланың коммуналь предприятиеларына, ҡаланың мәҙәниәт бүлегенә, ижад коллективтарына, шулай уҡ күмәк ҡала байрамын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән бөтә ҡала предприятиелары һәм ойошмаларына рәхмәт белдерә.

Читайте нас: