-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2019, 19:34

Сит бала булмай

3 сентябрҙә Октябрьскийҙа Беслан фажиғәһенә арналған саралар үтте

3 сентябрҙә Октябрьскийҙа Беслан фажиғәһенә арналған саралар үтте

Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө сиктәрендә Төрөкмән ҡасабаһының “Нур” клубында “Беҙ терроризмға ҡаршы!” митингы ойошторолдо. Ул кешеләргә 21-се быуаттың ҡот осҡос яуызлығы – бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереү тураһында иҫкәртте. Ҡасаба халҡы шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Хәтер шәмдәре” сараһына ҡушылды һәм үҙенсәлекле һәйкәлгә сәскәләр һалды – унда балалар уйынсыҡтары, дәреслектәр, шешәле һыу йыйылғайны (Бесланда боевиктар тарафынан тотҡарланған кешеләр һыуһыҙ интегә).

Сара террорсылыҡ ғәмәленең бер ғәйепһеҙ ҡорбандарын бер минут тын ҡалып иҫкә алыу менән тамаланды. Кешеләр күҙ йәштәрен тыя алманы. Үҙ балаларыбыҙҙы шундай ҡазанан һаҡлау өсөн беҙ был енәйәт һәм ҡорбандарҙы оноторға тейеш түгел. Хәтер митингтары, иҫкә алыу кисәләре беҙҙе берләштерә, яуызлыҡҡа ҡаршы торорға кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә.

Был көндө 9-сы китапхана “Террорға ҡаршы бергәләп!” балалар һүрәттәре бәйгеһенә йомғаҡ яһаны. Балалар ситтә ҡалмаған, тимәк, улар был мәсьәләгә ҡарата битараф түгел. 2004 йылдың сентябрендә балалар ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс ваҡиғалар тураһында ишетмәгән, белмәгән бер кеше лә юҡ ине. Бөтә эштәр ҙә ихлас, ысын күңелдән башҡарылған ине: кемдер һүрәте аша ҡайғы уртаҡлашҡан, кемдер терроризмға ҡаршы мөнәсәбәтен белдергән, башҡалар иһә тыныслыҡ теләүен һүрәтләгән.

Ҡала мәҙәниәт йортонда 3 сен-тябрҙә Рәсәйҙә терроризм тураһында документаль фильмдар һәм йәмәғәт роликтары күрһәтелде. Тамашасы сифатында 18-се мәктәптең 4-се синыф уҡыусылары саҡырылды. Фильмдар ҡарауҙан ҡала, балалар “Бер минут тынлыҡ” сараһында ҡатнашты, шиғырҙар тыңланы. Сарала ҡатнашыусылар залдан йөрәктәре әрнеп таралышты. Балалар үҫә, улар донъяның киләсәге үҙ ҡулдарында икәнлеген аңларға тейеш.

Анисим Шокуров исемендәге тарих-тыуған яҡ музейенда шулай уҡ Хәтер дәресе үтте. 15-се мәктәп уҡыусылары (24 кеше) синыф етәксеһе Надежда Әхмәҙиева ме-нән музейға килеп, терроризмдың барлыҡҡа килеүе, уның төрҙәре, һөҙөмтәләре, шулай уҡ террорсылыҡ хәүефе янаған осраҡта һәр кемдең ниндәй саралар күрергә тейешлеге тураһында белде.

Хәҙерге йәмғиәттә терроризмға ҡаршы көрәштең көнүҙәклеге һәм яуызлығына баҫым яһалды. Төрлө халыҡтарҙың матди һәм рухи төшөнсәләренә, йолаларына ихтирам һәм толерантлыҡ мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Рәсәй биләмәһендә айырыуса шау-шыулы һәм фажиғәле терракттарҙы хәтергә төшөрҙөләр. Уҡыусылар бер минут тын ҡалып, төрлө террористик ғәмәлдәрҙә һәләк булған тыныс халыҡты һәм махсус ойошма хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алды.

Сара сиктәрендә уҡыусылар-ға “Беслан фажиғәһе”, “Тарихты юҡҡа сығарып. Ни өсөн ИГИЛ һәйкәлдәрҙе юҡҡа сығара?” тигән видеороликтар, шулай уҡ йәмәғәт урындарында халыҡтың уяулығы тураһында йәнһүрәт күрһәтелде. Балаларыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы аяуһыҙ акт-тар һөҙөмтәһенән ҡурсалау өсөн көтмәгәндә тыуған бәлә тураһында һөйләү зарур. Был хаҡта өндәшмәй ҡалыу мөмкин түгел – быны һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк! Был саралар тап ошо маҡсаттан сығып ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусыларға ла террористик хәүеф ихтималы осрағында нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыусы иҫкәрмәләр өләшенде. Шулай уҡ иҫкәртеү сигналы һәм музейҙан халыҡты эвакуациялау менән бергә күнегеү үткәрелде.

Читайте нас: