-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 14:46

«Шайморатов генерал» клибының презентацияһы була

10 октябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында «Шайморатов генерал» клибының презентацияһы була.

10 октябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында «Шайморатов генерал» клибының презентацияһы була. Уны флешмоб йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан» телерадикомпанияһының Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөрҙө. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
2019 йылдың авгусында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 112-се башҡорт квалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған флешмоб иғлан итте. 15 августа уның тыуыуына 120 йыл тулды.
Флешмобта ҡатнашыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы һәм видеояҙманы #Шайморатов #ҡоролтай хештегы менән интернетҡа һалды. Социаль селтәрҙәге флешмобҡа танылған артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәктәптәр, мәҙәниәт учреждениелары ҡушылды. Башҡарыусылар иҫәбендә – Асҡар Абдразаҡов, Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Ринат Рамазанов, Вилдан Яруллин, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, өлкәндәр һәм балалар, сит илдәрҙә йәшәүселәр ҙә бар. «Шайморатов генерал» йыры башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә яңғыраны. Флешмобта меңләгән кеше һәм коллектив ҡатнашты, видеояҙмалар әле лә килә.
2019 йылдың 7 сентябрендә Өфөнөң «Ватан» этно-паркында «Шайморатов генерал»ды күмәкләп йырлау ойошторолдо. Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф, спорт министрлыҡтары, «Башҡортостан» ДТРК ДУП-һы, республика райондары хакимиәттәре менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғәмәлгә ашырҙы. Флешмобта ҡатнашыусылар йондоҙ рәүешендә теҙелеп баҫып, «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы. Флешмобта 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Читайте нас в