+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 14:48

Беренсе республика” — Америкала

Лос-Анджелестағы халыҡ-ара кинофестивалдә Рәсәй намыҫын башҡорт режиссеры Булат Йосопов “Беренсе республика” фильмы менән яҡлаясаҡ.

ежиссеры Булат Йосопов “Беренсе республика” фильмы менән яҡлаясаҡ.
Булат Йосопов Азия халыҡ-ара кинофестиваленең башҡарма һәм программа директоры Джорджес Чамчундан фестиваль конкурсында ҡатнашырға рәсми саҡырыу алды. Билдәле кинофестиваль Лос-Анджелес, Калвер-Ситиҙа 6-14 ноябрҙа уҙа. Булат Йосопов фильмын Киноакадемия һәм Голливуд сит ил прессаһы ассоциацияһы ағзаларына күрһәтеү мөмкинлеге алды. Был ойошма “Алтын глобус” кинопремияһының төп бағыусыһы.
Барлығы 50-нән ашыу илдән фильмдар ҡатнаша. Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: башлыса Азия ҡитғаһынан Кинематография сәнғәте һәм фәне академияһына һәм “Алтын глобус” кинопремияһына дәғүә иткән фильмдар күрһәтелә.
Читайте нас: