-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 14:44

Башҡортостанда халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда республиканың халыҡ шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың хәтере мәңгеләштерелә.

Башҡортостанда республиканың халыҡ шағиры, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың хәтере мәңгеләштерелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә Рауил Бикбаевтың тормошо, йәмәғәт, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың дәүләт мультмедиа архивын булдырыу, тейешле сайт әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Йыл һайын шиғриәт фестивалдәре, Башҡортостандың халыҡ шағирының тормошона һәм ижадына бағышланған конферениялар уҙғарыу күҙаллана, шулай уҡ Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттарының әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рауил Бикбаев исемендәге стипендиялар булдырылды. Өфөлә 102-се башҡорт гимназияһына Рауил Бикбаевтың исеме бирелә.
Өфө ҡала Советына ҡала урамдарының береһенә Рауил Бикбаевтың исемен бирергә тәҡдим ителде.
Өфө хакимиәтенә, үҙ сиратында, Менделеев урамында шағир йәшәгән 148/3-сө йортта Рауил Бикбаевтың барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыу; Рауил Бикбаевтың исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү; Өфө музейҙарының береһендә Башҡортостандың халыҡ шағирына арналған экспозиция булдырыу бурысы йөкмәтелде.
Указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдар күләмен һәм финанслау сығанаҡтарын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте билдәләй.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев быйыл 23 апрелдә ҡаты сирҙән һуң 81-се йәшендә донъя ҡуйҙы.
Читайте нас в