+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 14:51

Башҡорт авторҙары китаптары — Әзербайжан китапханаларында!

Әзербайжандың баш ҡалаһы Бакула "Китапханалар — мәғлүмәти үҙәктәр кеүек" Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Әзербайжандың баш ҡалаһы Бакула "Китапханалар — мәғлүмәти үҙәктәр кеүек" Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының директор урынбаҫары Люциә Ильясова ҡатнашты.
Конференция сиктәрендә Әзербайжандың Милли китапханаһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлек Залы асылды. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» башҡорт нәшриәте баҫтырған «Урал батыр», «Башҡортостан моңдары» китаптары, Мостай Кәримдең дүрт китабы, прозаик Флүр Ғәлимовтың өс китабы, Рәсүл Сәғитовтың ике китабы, Тамара Юлдашеваның шиғырҙар йыйынтығы, Мөнир Ҡунафиндың прозалар йыйынтығы, Ринат Камалдың яңы романы китапхананың фондына бүләк ителде
Читайте нас: