+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2019, 14:44

Республика йәштәштәре

– Йылдар уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым, – тип һөйләй Мәғруй инәй Сәфәрова, уның йәше тураһында һөйләшкәндә.

Йылдар уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым, – тип һөйләй Мәғруй инәй Сәфәрова, уның йәше тураһында һөйләшкәндә.

Ә аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, 100 йыл үтеп киткән.

Мәғруй Мөхәммәтнур ҡыҙы үҙенең йөҙөнсө тыуған көнөндә бик күркәм ине. Беҙҙе ул матур күлмәк кейеп, баштарына ебәк яулығын бәйләп ҡаршы алды. Ҡунаҡтар килеүен көтөп, юбиляр: “Берәр әйберҙе онотмаһам ярар ине”, – тип тулҡынланды.

Әммә бөтә тулҡынланыуҙары юҡҡа булды. Мәғруй инәй 100 йәшендә айыҡ аҡыл һәм хәтерен һаҡлап ҡалған. Беҙҙең хәбәрсенең бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе, элек үҙе яҙған шиғырҙарын яттан уҡыны. Ул быға тиклем Ҡөрьәнде ғәрәп һәм рус телдәрендә уҡыған. Күҙҙәре насарлана башлағас ҡына был шөғөлөн туҡтата. Әммә изге китаптан булған өҙөктәрҙе ул көн һайын хәтере буйынса уҡый. Оҫта ҡуллы ул, бәйләргә яратҡан, ә йәш сағында кейемдәр ҙә теккән.

Мәғруй Сәфәрова Ырымбур өлкәһенең Тоцк районы Саиновка ауылында тыуа. Яҙмышын күрше ауыл егете Ғабделхәким менән бәйләй. Йәшлек йылдары ҡыҙыу ваҡиғалар-ға бай ваҡытҡа тура килә. Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышы ҙур һынау була. Тормош иптәшен бәләкәй генә ҡыҙы менән ҡалдырып, ғаилә башлығы фронтҡа китә. Һуғышты башынан аҙағына тиклем үтә, Берлинға барып етә һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Тиҙҙән комсомол юлламаһы буйынса ир менән ҡатын Үзбәкстанға китә. Тормоштарын Шәхрисаб ҡалаһы менән бәйләй улар. Бында тағын алты балалары тыуа. Ғабделхәким Нуретдин улы мамыҡ фабрикаһында эшләй, ә Мәғруй Мөхәммәтнур ҡыҙы үҙен балалар тәрбиәләүгә бағышлай.

Яратҡан ире Мәғруй апай кеүек оҙон ғүмер кисерә алмай. 70 йәшендә ул баҡыйлыҡҡа күскән. Әммә эргәһендә әсәйҙәрен һәр ваҡыт ҡайғыртып торған балалары була. Ә һуңынан, СССР тарҡалғандан һуң, тынғыһыҙ ваҡыттар килә. Йәрмәкәй ауылында йәшәүсе туғандары уларҙы был яҡтарға саҡыра. Башта балалары күсенеп ҡайта. Һуңғы сиратта – 15 йыл элек Йәрмәкәйҙә ҡыҙы Дамира менән Мәғруй апай төпләнә. Шул ваҡыттан бирле беҙҙең район уларҙың икенсе ватанына әйләнә.

Бөгөн Мәғруй Мөхәммәтнур ҡыҙының дүрт балаһы иҫән. Өлкән улы Әнүәргә тиҙҙән 73 йәш тула. Үҙҙәре инде өлкән йәштә булған балалар әсәләре менән үткәргән һәр көндө ҡәҙерләй һәм бер быуатлыҡ юбилейында уға бары тик сәләмәтлек һәм тыныс ҡартлыҡ ҡына теләй. Хәйер, юбиляр үҙе лә балаларына, ейәндәренә, уны ҡотларға килгән барлыҡ кешегә лә оҙон ғүмер теләне. Һәм ҡатын-ҡыҙҙың бәхете эргәһендәге балалары, уларҙың иҫән-һау булыуы, тип билдәләне. Ул үҙен бай кеше тип һанай, сөнки уның 11 ейәне һәм 17 бүләсәһе бар. Инде ейәндәре лә, өлкәненә 27 йәш, тормошта уңыштарға ирешкән. Уларҙың именлеге һәм еңеүҙәре өләсәләрен ҡыуандыра ғына.

Юбилей көнөндә Мәғруй өләсәйҙе ҡотларға балалары, килендәре, ке-йәүҙәре, күршеләре йыйылды. Район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, район ветерандар советы рәйесе Шамил Ғәлимов һәм Йәрмәкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Нурислам Тимеров ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Читайте нас: