+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2019, 14:49

Мөхәббәт йәште һорамай

Был һүҙҙәрҙе күп тапҡыр ишетергә тура килә. Әммә был әйтем үрнәк булыр тип башыма ла килтереп ҡараманым.

Был һүҙҙәрҙе күп тапҡыр ишетергә тура килә. Әммә был әйтем үрнәк булыр тип башыма ла килтереп ҡараманым. Шаран районы Баҙғыя ауылы ҡарттар һәм инвалидтар йортоноң 30 йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр бында йәшәүселәр араһында никах тантанаһы булды. Яңы өйләнешкән Анатолий һәм Миңлифа шул тиклем бәхетле ине, уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ һәм мөхәббәт балҡыны.Әйтерһең, быға тиклем улар үҙҙәре эргәһендә бер кемде күрмәгән, ғашиҡтар бер-береһенә ҡарап ҡына торҙо.

Миңлифа Сәмиҡ ҡыҙы үҙенең Йәнәхмәт ауылынан икәнен әйтте. Ул 1961 йылда Мичуринск совхозында төрлө эштәрҙә хеҙмәтен башлап ебәрә. Ә һуңынан ҡайҙа ғына һәм кем булып ҡына эшләмәгән ул: Мичуринск совхозында киномеханик ярҙамсыһы, кирбес заводында төрлө эштәрҙә, итек цехында кейеҙ йыуыусы, Шаран үҙәк район дауаханаһында санитарка, кухня эшсеһе, йыйыштырыусы була. Уның хеҙмәт китабында Үзбәкстанда эшләгән яҙма ла бар. Ауыр яҙмыш, яңғыҙлыҡ әлеге ҡарттар йортона килтерә.

Анатолий Иванович Почуев – 3-сө группа инвалиды, ул үҙе Туймазы районы Собханғол ауылынан. Миңлифа Фәткуллина ҡарттар йортонда дүрт йылға яҡын йәшәһә, Анатолий икенсе йыл ғына бында. Миңлифа һәм Анатолий бик тиҙ дуҫлаша, бер-береһенә ярҙам итә башлай, тора бара хистәре мөхәббәткә әйләнә. Баҙғыя ауылы ҡарттар һәм инвалидтар йорто мөдире Ф. Йәмилев ғашиҡтарҙың мөхәббәттәрен никахҡа теркәү теләген хуплай, төп ойошма етәксеһе ҡаршы килмәй.

Һәм бына июлдең йәмле бер көнөндә Шаран районы ЗАГС начальнигы вазифаһын башҡарыусы Г. Хәлилова тантаналы шарттарҙа никах теркәй. Яңы өйләнеүселәр Мендельсондың туй маршы аҫтында акттар залына үтте, унда уларҙы тантана ҡунаҡтары – ҡарттар йортонда йәшәүселәр көтә ине. Никах теркәү ваҡытында ҡайһы берәүҙәр күҙ йәштәрен йәшермәне, кемдер йәшлек йылдарындағы туй ваҡыттарын иҫенә төшөрөп йылмайҙы. Бәлки мин дә үҙ парымды табырмын, тип уйлағандары ла булды..

– Барыһы ла мөмкин! Ғәжәпләнмәйем, – ти Фәһим Зәки улы. – Әбейҙәребеҙ һәм бабайҙарыбыҙ (улар барлығы 25 кеше) шифалы шишмә һыуҙарын эсә, шул һыу менән йыуына һәм ҡойона, дүрт тапҡыр ашай, аралаша, сифатлы медицина хеҙмәте ала. Әйткәндәй, беҙҙең пациенттарыбыҙ бер-ике айҙан аяҡҡа баҫа, йылмая һәм тормошҡа шатлана башлай. Бына Анатолий ҙа бында үҙен яҡшы хис итә башланы, һаулығын яҡшыртты, үҙенә тормош иптәше тапты.

Ирле-ҡатынлы Анатолий һәм Миңлифа күп йылы ҡотлауҙар, бү-ләктәр ҡабул итте. ШЭ Н.Дәүләтова матур итеп биҙәлгән сәк-сәк, байрам табынына бәлештәр ебәргән, инвалидтар йорто хеҙмәткәрҙәре яңы өйләнеүселәргә бергә йәшәү өсөн айырым бүлмә әҙерләгән ине.

Туй – һәр ғашиҡ тормошонда матур күренеш, ә яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүселәр өсөн – үҙенсәлекле ваҡиға. Анатолий һәм Миңлифа тормоштарының еңел булмаған осоронда табышты, бер-береһенә терәк һәм таяныс булды, яҡты хистәрен белдереүҙән, бергә булыу теләктәрен теркәүҙән ҡурҡманы. Ғашиҡтарҙың барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайбыҙ.

Ф. Йәмилев күсмә никах теркәү тантанаһына килеү мөмкинлеге тапҡан өсөн Шаран районы ЗАГС начальник вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Г. Хәлиловаға, байрам табынына тәмле ризыҡтар ебәргән өсөн шәхси эшҡыуар Н. Дәү-ләтоваға, байрамды ойошторорға ярҙам иткән өсөн С. Ивановаға һәм туй тантанаһын видеоға һәм фотоға төшөргән өсөн В. Андреевҡа рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас: