+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2019, 12:34

Башҡортостан башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3 054 003 дана һайлау бюллетене баҫтырып сығарыла

Шул иҫәптән рус телендә — 2 450 200, башҡорт телендә — 398 300, татар телендә — 205 503 дана

Башҡортостан башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3 054 003 дана һайлау бюллетене баҫтырып сығарыла
Шул иҫәптән рус телендә — 2 450 200, башҡорт телендә — 398 300, татар телендә — 205 503 дана. Башҡорт йәки татар телендәге бюллетендә русса текст та бирелә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентылығы. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланып тауыш биреү өсөн 354 850 бюллетень әҙерләнә. Бюллетендәрҙе баҫтырып сығарыу менән «Белая река» нәшриәте шөғөлләнә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм журналистар бюллетендәр әҙерләү барышын күҙәтә алды. Бланктар әҙерләүҙең бөтә этаптарында ла контроль алып барыла. Бюллетендең формаһын һәм тексын, артыҡтарын һәм яраҡһыҙҙарын юҡ итеүҙе тикшерәләр. Баҫтырып сығарыу ошо аҙнала тамамлана, бюллетендәрҙе 6 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә участка һайлау комиссияларына тапшыралар. Барлыҡ бюллетендәрҙең уң яғында участка һайлау комиссияһының мисәте менән нығытылған участка комиссияһының ике ағзаһының ҡултамғалары ҡуйыла.
Читайте нас: