+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Август 2019, 18:04

Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы – Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры

Шәрифулла Мәхмүтовтың ун балаһының бишеһе – малай. Әммә, ҡыҙғанысҡа, икеһе сабый саҡта, береһе 9 йәшенә еткәс, вафат була.

Шәрифулла Мәхмүтовтың ун балаһының бишеһе – малай. Әммә, ҡыҙғанысҡа, икеһе сабый саҡта, береһе 9 йәшенә еткәс, вафат була. Өлкәне Ғәлимулла 22 йәшендә Брест нығытмаһында хәбәрһеҙ юғала. Бары тик биш ҡыҙы һәм бер улы – Шәрифулланың икенсе ҡатыны Миңнеямалдан тыуған өлкәне Фәүир генә үҫеп буй етә. Беренсе ҡатыны – шулай уҡ Миңнеямал һуғышҡа тиклем донъя ҡуя.

Миңнеямал иренең ғаиләһенә өс йәшлек ҡыҙы Миңзайраны эйәртеп килә. Шәрифулланың да ике ҡыҙы – ғаилә тотҡаһы 14 йәшлек Миңнебанат һәм биш йәшлек Мөслимә була. Өлкән улы Ғәлимулла бер нисә йыл Урта Азияла бәхет эҙләй, тыуған ауылына 1937 йылда ғына ҡайта.

1939 йылдың 2 авгусында улдары Фәүир тыуа.

Фәүир Шәрифулла улы бар ғүмерен хеҙмәткә бағышлай. Уның кеүектәрҙе хәҙер хеҙмәткә мөкиббән тиҙәр. СССР заманында эшләү оят булмай, барыһы ла тырышып хеҙмәт итә, әммә юғары исем-дәрәжәләргә барыһы ла ирешә алмай. Меңләгән яҡташ-туймазылылар иҫәбенән бары тик 12-һе генә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған, өсөһө Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры. Шул иҫәптән – Фәүир Шәрифулла улы Мәхмүтов.

Атайы Шәрифулла Мәхмүт улы бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай: колхозда эшләй, үҙ хужалығында, буш ваҡыттарында тире иләй, балыҡсы йәтмәләрен йүнәтә. Бура ла күтәреп ҡуя. Балаларын да бәләкәйҙән үк эшкә өйрәтә.

Игелекле, зирәк, тырыш, тәрбиәле, ябай, киң күңелле тип иҫкә ала Фәүир Шәрифулла улын уны белгән кешеләр. Ғаиләлә уны яраталар. Алты ҡыҙ туғаны араһында ул берҙән-бер ир бала була.

Фәүир ҙә туғандарын яҡын күрә, бигерәк тә төпсөгө Рәйфәне ярата. Мәктәптә уҡыуын тамамлап эшләй башлағас, өйгә сумаҙан тултырып кәнфит алып ҡайта. Уның ҡаршыһына һеңлеһен ултырта ла, ул туймайынса, сумаҙан эргәһенә береһен дә ебәрмәй. Үҙен бәләкәйҙән ҡарап үҫтергән өлкән апаһы Миңнебанатты ҡыш уртаһында ят еләк-емештәр алып ҡайтып һөйөндөрә.

Үҙенең хеҙмәт юлын Фәүир Мәхмүтов “Востокнефтепроводстрой” тресының 4-се төҙөлөш идаралығында изолировкасы сифатында башлай, “Бохара-Урал” үткәргес торба һалыуҙа эшләй. Бохаранан уны әрмегә алалар, Украинала хеҙмәт итә. Ул ваҡытта армия хеҙмәте өс йыл була, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй ул: “Совет Әрмеһе отличнигы” түш билдәһе менән бүләкләнә, беренсе дәрәжә ГТО билдәһенә эйә була, ата-әсәһе бүлек командирынан Рәхмәт хаты ала. Әрме хеҙмәтенән һуң Фәүир Шәрифулла улы Собханғолдағы тыуған предприятиеһына ҡайта (хәҙер инде “ВНПС” тресының 5-се төҙөлөш идаралығы). 1965 йылда партияға инә.

Фәүир Шәрифулла улын торба һалыу краны машинистары әҙерләү буйынса Силәбе механизация мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлағандан һуң, уға бишенсе разряд бирелә, 4 йылдан һуң алтынсы разрядка эйә була. Алдынғы машинистарҙың береһе булараҡ, 1973 йылда, Мәхмүтовты Американың International Harvester компанияһына аҫылма йыһаздар операторҙары курстарына ебәрәләр.

Ф. Мәхмүтов Усть-Балыҡ – Ҡурған – Өфө – Әлмәт, Уренгой – Помар – Ужгород магистраль үткәргес торба төҙөлөшөндә ҡатнаша. Үҙенең тәүге III дәрәжә Хеҙмәт даны орденына хеҙмәттәге юғары ҡаҙаныштары, биш йыллыҡ планды алдан үтәүе, бер предприятиела фиҙакәр һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн 1975 йылда лайыҡ була. 1980 йылда икенсе дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, 1985 йылда беренсе дәрәжә менән бүләкләнә. Бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә.

Үҙенең хәләле – сибәр Мәҙинә Талхинаны Фәүир бик һуң осрата. Өйләнешкәндә уға 29, Мәҙинәгә 19 йәш була. Әммә йәш араһы ҙур булыу Мәҙинә Сәйет ҡыҙына иренә ауыр хеҙмәтендә, өйөнән алыҫ эшендә ышаныслы тыл булырға ҡамасауламай. Ул балалар баҡсаһында эшләй. Өс балаһы тыуа: улдары Фәрит менән Салауат һәм оҙаҡ көткән ҡыҙҙары Лилиә. Төпсөгө – ҡыҙы тыуғас, ғаилә ике бүлмәленән яңы йорттағы дүрт бүлмәле фатирға күсенә.

Шатланып йәшәйһе генә лә бит. Хөрмәт, ихтирам, һөйөклө ғаиләһе бар. Өлкәне Фәрит атаһы менән иңгә-иң терәп трасса һалыуҙа эшләй. 1988 йыл, 48 йәш, һөнәр һәм ябай ғаилә тормошо үргә атлаған мәл. Ләкин Ырымбур өлкәһендә көтөлмәгән хәл була: 1988 йылдың 27 июлендә бригада юл аҫтынан үтергә тейеш үткәргес торба һалыу өсөн траншея ҡаҙый. Был ваҡытта юлдан ҙур йөк машинаһы үтеп бара. Машина хәрәкәте тәьҫирендә траншея стеналары тирбәлә башлай һәм кешеләр өҫтөнә ауа. Икеһен ҡотҡаралар, өсөһө урында һәләк була, шул иҫәптән Фәүир Шәрифулла улы ла... Был мәл уның улы Фәриттең күҙ алдында була.

Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерын һуңғы юлға оҙатырға бар Собханғол халҡы килә.

Балалар етем ҡала. Мәҙинә Сәйет ҡыҙы 39 йәшендә тол ҡала. Берҙән-бер ир туғанын өҙөлөп һөйгән апай-һеңлеләре лә етемһерәп ҡала.

Фәүир Мәхмүтов һалған магистраль үткәргес торбалар иһә илебеҙ ихтыяждары өсөн газ һәм нефть ҡыуҙырыуын дауам итә. Фәүир Шәрифулла улы Мәхмүтов – Балтай ауылынан исеме “Башҡортостан энциклопедияһы”на ингән берҙән-бер шәхес.

Читайте нас: