+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2019, 18:33

Хәтеремдә ҡаласаҡ

Йәйге ялды һәр кем көтөп ала, хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша.

Йәйге ялды һәр кем көтөп ала, хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Быйылғы йәйге каникулдар Иҫке Ҡатай урта мәктәбе уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Динара Ғарифуллина өсөн бигерәк тә иҫтәлекле булды. Сөнки уға Башҡортостандың иң матур ерҙәренең береһе – Әлшәй районында урынлашҡан “Йәйләү” профилле лагерында булыу бәхете тейҙе. Динара шул турала тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.

– Лагерь Чехов исемендәге санаторий базаһында ойошторолдо. Ял итергә Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Силәбе, Пермь, Ырымбур өл-кәләренән, Мәскәү ҡалаһынан да яҡшы уҡыусы балалар йыйылғай-ны. Әммә төрлөбөҙ төрлө яҡтан килһәк тә, лагерь беҙҙе бергә тупланы, айырылғыһыҙ дуҫтар итте.

Лагерҙың программаһы бик мауыҡтырғыс һәм йөкмәткеле ине. Бер генә көн дә бушҡа үтмәне. Ырыуҙарға бүленгән отрядтарҙа һәм дөйөм лагерь кимәлендә сара артынан сара ойошторолоп ҡына торҙо. Әйҙәүселәребеҙ Сабит ағай менән Гүзәл апай ҙа, беҙҙе үҙ ҡанаттары аҫтына алып, башҡорт халҡының бай тарихын, туған телде, илде, ерҙе яратырға, улар өсөн йән атырға өйрәтте. Уларға мең-мең рәхмәтлемен.

Һәр көн иртән беҙҙе ҡурай моңдары уятты. Лагерҙың гимнын яратып башҡарҙыҡ. Милли бейеүҙәр һәм йырҙар өйрәндек, башҡортса һөйләштек, спорт уйындары уйнаныҡ, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Һәр уңышыбыҙ өсөн мәрәйҙәр туплай барып, смена аҙағында бүләктәр алып ҡыуандыҡ. Күп төрлө осрашыуҙар ҙа хәтергә уйылды. “Тамыр” телеканалы хеҙмәткәрҙәре менән күрешеү үҙе бер матур иҫтәлек булды.

21 көн һиҙелмәй үтте лә китте, әммә унда күпме дуҫтар таптым! Смена буйына барыбыҙ ҙа ғүмер буйы дуҫлашып йәшәгән кешеләр кеүек татыу булдыҡ, хатта айырылышыуҙы ла бик ауыр кисерҙек... Дуҫтарым менән әле лә интернет селтәрендә аралашабыҙ.

Миңә ошондай матур йәй бүләк иткән өсөн республика “Йәйләү” лагеры етәкселегенә, Баҡалы район мәғариф бүлеге методисы С.Замановаға рәхмәт еткергем килә. Тағы ла ҙур рәхмәтем – уҡытыусым Лениза Мөхәмәтнур ҡыҙы Ғабдуллинаға, сөнки ул мине башҡорт телен һөйөргә, башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтте. Остазым етәкселегендә һәм ярҙамында төрлө кимәлдәге конкурстарҙа приз-лы урындар, еңеүҙәр яуланым һәм һөҙөмтәлә, лагерға юлланма менән бүләкләндем. “Йәйләү”ҙәге йәй мәңгелеккә хәтеремдә ҡаласаҡ!

Читайте нас: