+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2019, 17:10

Асҡар Абдразаҡов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған солисы Асҡар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеләр.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хә-биров артистың илле йәше тулған көндө ҡул ҡуйған указда әйтелгәнсә, орден юғары һөнәри оҫталығы һәм мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн тапшырылды.

Асҡар Абдразаҡов – күренекле опера йырсыһы, Өфөлә, режиссёр Әмир Абдразаҡов ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, Мәскәү дәүләт консерва-торияһында Ирина Архипова класында уҡыған.

2019 йылдың мартында Асҡар Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының мәҙә-ниәт һәм сәнғәт һорауҙары буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Быйыл Асҡар Абдразаҡов респуб-ликаның һәләтле балалары менән эшләү өсөн платформа булдырыу инициаторы булып сы-ғыш яһаны.

Салауат Юлаев ордены 1998 йылда булдырылған.

Читайте нас: