Уның шарттары, ҡатнашыусыларға талаптар тураһында бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, партияның проект эштәре буйынса төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Эдуард Сәйетбаталов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев һөйләне.
Быйыл конкурс ике форматта ойоштороласаҡ. Тәүгеһенә ярашлы, ойошмаларҙа, предприятиеларҙа, республика учреждениеларында рухи-әхлаҡи һәм гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүҙең иң яҡшы өлгөләре асыҡланасаҡ. Икенсеһе халыҡ һөйөүенә лайыҡлы кешеләр өсөн тауыш биреү булараҡ үтәсәк.
Бәйге ике этапта үтәсәк. Беренсеһендә урындарҙа иң-иңдәр билдәләнәсәк. Икенсе этапта улар республика кимәлендә көс һынашасаҡ.
Ойоштороусылар белдереүенсә, әле һәр ҡала һәм районға анкеталар ебәрелгән. Унда урындағылар иң яҡшы тип тапҡан кешеләрҙең исемдәрен яҙасаҡ. Шулай уҡ ҙур сараларҙа, йәштәр күпләп йөрөгән ерҙәрҙә, парктар һәм сауҙа үҙәктәрендә лә халыҡ фекерен алыу ойоштороласаҡ.
– Был конкурс-фестивалде икенсе мәртәбә ойошторабыҙ һәм артабан уны даими үткәрергә йыйынабыҙ. Ҡатнашыусылар артыр, бәйгенең баһаһы үҫер тип ышанабыҙ, – тине Эльвира Айытҡолова.
Бәйгенең тәүге этабы сентябргә тиклем дауам итәсәк. Республика финалы 28 октябрҙә ойошторола.