Ағиҙел һәм Урал йылғалары үҙәнендә элек-электән башҡорттар йәшәгән. Тауҙар, киң далалар, урмандар, шишмәләр! Был яҡтың тәбиғәте бер кемде лә битараф ҡалдырмаған: төбәк халҡын да, килмешәктәрҙе лә, сәйәхәтселәрҙе лә. Ҡурай моңо таралған донъя – сағыуыраҡ та, тәрәнерәк тә күренә. Тыуған төйәк тарихын, көнкүреш һыҙаттарын беҙҙең өсөн боронғо риүәйәттәр, “Урал батыр” эпосы һаҡлаған.
Ҡытай хроникаһында (VII быуат) башукили ырыуы телгә алына. Уларҙы башҡорт этномимы тип атайҙар, йәғни башҡорттарға тиңләштерәләр. Урта быуаттың ғәрәп географы Шәриф Иҙриси хәбәр итеүенсә, башҡорттар Кама һәм Урал ерҙәрендә йәшәгән: Лика ярында урынлашҡан Немжан ҡалаһында көн күргән, башҡорттар мейестәрҙә баҡыр иреткән, төлкө, ҡондоҙ аулаған, аҫыл таштар сығарған. Ағиҙелдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Гурхан ҡалаһында башҡорттар сәнғәт әҫәрҙәре, эйәр һәм ҡорал яһаған.
Рус яҙыусылары башҡорт халҡы-на хас байтаҡ сифат-үҙенсәлектәрҙе билдәләй. Беҙҙең яҡтарға бөйөк Лев Толстой улы менән килә. Һуңынан Илья Львович иҫкә ала: “Беҙ далаға йылҡы көтөүен ҡарарға бара инек. Атай бер ҡола йылҡыны маҡтаны, ҡайтыр яҡҡа йыйынғас иһә был йылҡыны беҙҙең кәртәгә бәйләп ҡуйғайнылар”. Башҡорттарҙа ошондай йола бар икән – ҡунаҡ маҡтаған әйберҙе мотлаҡ уға бүләк итәләр. Ниндәй йомартлыҡ, ниндәй ҡунаҡсыллыҡ!
ХХ быуат башында танылған шағир Саша Чёрный “Тәүге танышыу” хикәйәһендә рус ауылдары-ның артта ҡалыуы тураһында фекер йөрөтә: “Аңламайым, нишләп кешеләр йәшәй белмәй! Тарихи, иҡтисади сәбәптәр ҙә булһын, ти. Әммә эш унда ғына түгел бит. Ни өсөн балаларҙы ҡыйырһыталар? Дөйөм урындар каталогы шуны күрһәтә: мәҙәниәтһеҙлек һәм тормош ауыр булғандан. Ярай. Нишләп башҡорттар туҡмамай? Шул уҡ мәҙәниәтһеҙлек, тормош та ауыр. Туҡмамайҙар бит – үҙем күрҙем”.
Рәсәйгә ҡушылғандан һуң Башҡортостан бар яҡлап та уның яҙмышын уртаҡлаша. Пушкин тасуирлаған Пугачёв фетнәһе. Танылған Денис Давыдов үҙенең “Партизан ғәмәлдәре көндәлеге”ндә 1812 йылғы һуғыш тураһында яҙа һәм Өфө полкы батальонының уңышлы операцияһын телгә ала, ул генерал Ермолов приказы буйынса Ревский редутын биләп алған француздарға һөжүм итә һәм уларҙы ҡыуып сығара. Ә башҡорттарҙың Париждағы еңеү маршы тураһында күпме мәғлүмәт бар! Генерал Шайморатов кеүек һәм Тыуған ил өсөн баштарын һалған билдәһеҙ, исемһеҙ ҡаһармандар күпме!
Әммә тарих урынына, баштан-аяҡ компьютер уйындары менән мауыҡҡан йәштәргә нисек еткерергә был белемде? Яуабы ябай: сәйәхәттәр. Тыуған яҡ буйынса сәфәргә сығыу күпкә күҙҙе аса. Тап шуға күрә Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты эшсәнлегендә халыҡ өсөн яңылыҡ барлыҡҡа килде: “Башҡортостанға тәҙрә ас” проекты был. Уны Илмира Ғөбәйҙуллина әҙерләне. Бындай сәфәрҙәрҙә балалар ҙа ҡатнашты, сөнки тыуған яҡҡа мөхәббәт һүҙҙә генә тәрбиәләнмәй. Сал Уралды, матур ҡаяларҙы, мәмерйә һәм упҡындарҙы, йылға һәм урмандарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән үҫмерҙәр был тәбиғәт мөғжизәләренән хайран ҡала: шундай матур тәбиғәт бар икән дә беҙҙә! Кесе ватаның өсөн ғорурлыҡ шунан башлана. Бөрйән, Ғафури, Мәләүез, Салауатта беҙҙе, ғәҙәттәгесә, башҡорт-тар Ҡоролтайы төбәк бүлексәһе ағзалары ҡаршыланы. Улар был яҡтың күренекле урындары менән таныштырҙы.
Шкафтың аҫҡы кәштәһенән – ҡараңғынан – бал һауытын тартып сығарам. Уны асып, еҫенә ғәжәпләнәм. Уны нимә менән сағыштырып була? Минең танылған Фрагонар хушбуйҙары музейында булғаным бар, бөтә еҫте лә еҫкәп ҡараным – ванилдең ҡатмарлы ҡатнашмалары, төрлө-төрлө гөлсәскә һәм башҡа сәскәләр был. Әммә минең банкалағы кеүек нәфис, наҙлы, әммә көслө еҫ бер француз хушбуйында ла юҡ. Мораҙым тарлауығына барып ҡайтыуыма бер нисә йыл инде, балды шунан алып ҡайтҡайным, ул бик аҙ, төбөндә генә ҡалды. Мин уны хәҙер ашау өсөн түгел, хуш еҫен еҫкәү, хәтирәләргә бирелеү өсөн генә һаҡлайым.
...Оло Ыҡ үҙәне. Ябай Ыҡ буйындағы Октябрьский ҡала-һында йәшәп, уның үҙенә бөтөнләй оҡшамаған һыңары барын башы-быҙға ла килтермәнек. Оло Ыҡ – беҙҙәге кеүек инеш түгел, ҡаялар араһынан урғылып аҡҡан ысын тау йылғаһы ташҡыны. Йөҙөп булмай, төбө күренмәй, уның урынына – таштар. Уларҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен аңлау өсөн башты күтәреп ҡарау ҙа етә: ҡыуаҡтар ҡаплаған таш стена күҙгә күренмәй торған бейеклеккә аша. Икенсе яҡлап, болон аръяғында – күккә тоташҡан тауҙар теҙмәһе. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Октябрьский бүлексәһе башҡарма комитеты Күгәрсен районына ике сәфәр ойошторҙо. Был ваҡытҡа Башҡортостан буйлап йөрөргә өлгөргәйнек инде – Стәрлетамаҡ шихандары, Шүлгәнташ, Йома-ғужаны күрҙек. Бар ерҙә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән таныштыҡ, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
Мораҙымдағы сәйәхәт йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Педагог, методист, ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыуҙы ойоштороусы Сания Рәҡип ҡыҙы Ғәзиева иҫкә ала:
– Сығышым менән Башҡортос-тандан түгел мин. Әммә Октябрьский ҡалаһында кәмендә 30 йыл йәшәйем. Бына Ҡоролтай ағзалары менән бергә онотолмаҫлыҡ төбәктәрҙә булып ҡайтырға тура килде. Мораҙым тарлауығына сәфәребеҙ хәтерҙә. Юл уңайында тирә-яҡтағы тәбиғәт менән һоҡландыҡ, саф һыулы шишмә буйҙарында ялға туҡталдыҡ, йыуынып алғас, хәл кереп китте, йәшәреп киттек хатта. Бына, ниһайәт, гүзәл тәбиғәтле төбәккә килеп индек. Сәфәр етәксеһе аңлатыуынса, был “Мораҙым тарлауығы” – тәбиғәт паркының башы. Беҙҙең алда мөһабәт күренеш асылды – Оло Ыҡ йылғаһының мәғрүр ташлы ярҙары. Ҡаялар һәм шаҡтай бейек тау араһынан тар ғына юл үтә. Тынлыҡ. Хозурлыҡ. Матурлыҡ. Икенсе көндө беҙҙең төркөм бер мәмерйәгә төштө. Август аҙағының ҡояшлы бер көнө ине. Беҙҙе ошо тәбиғәт мөғжизәһен һаҡлаусы гид оҙатып йөрөнө. Дөм ҡараңғылыҡ һәм дымлылыҡ шарттарында үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәклеген аңлатты.
Фонарҙың тоноҡ яҡтыһы ҡа-раңғылыҡтағы сәйер биҙәктәргә төштө. Ер аҫтына илткән һуҡмаҡ тураға (вертикаль) төшә, шуға ла бик һаҡ атларға кәрәк. Тайып китмәҫ өсөн стенаға ҡағылғайным, иҫкәрмәҫтән ҡулымды ҡояш нурҙа-ры күрмәгән ер аҫты таштарының һалҡынлығы өтөп алды һәм улар еүеш ине. Сәйер һындар гномдарҙы, Ҡарһылыуҙарҙы һәм башҡа әкиәт геройҙарын хәтерләтте. Әммә беҙҙе алда тағы ла онотолмаҫлыҡ тамаша көткән икән. Мәмерйәнән сығып, ҙур-ҙур таштар буйынса һаҡ ҡына атлап, аҫҡа, үҙәнгә төштөк һәм көтмәгәндә: “Тормош шундай матур, нәфис һәм бик тиҙ үтә”, тигән уйға килдек. Оҙон көйҙәр башҡарыу оҫтаһы Тимерйән Иҙрисов, ҡаяға баҫып, әкиәт батырылай, “Уйыл”ды һуҙып ебәрҙе. Бөтәбеҙ өсөн дә онотолмаҫ миҙгелдәр ине был. Йәшә, кеше, хозурлан, әммә онотма: саф тәбиғәтте рәнйетһәң, бысратһаң, уның тыныслығын боҙһаң, һине яуапһыҙлығың өсөн яза көтә. Ҡыҙғаныс, кеше ундай түгел. Ул – ҡулланыусы. Бир, бир, тағы ла бир: йылы (ҡышын), күләгә – йәйен, еләк, бәшмәк, үлән менән һыйла, мунса өсөн миндек бир. Ә мин иһә һинең ҡуйыныңа килеп, усаҡ яғам, сүп таратам. Минән һуң һыу баҫһа ла ярай. Әммә бындай ҡараштың аяныслы булыуын аңлаған, тәбиғәтте һаҡлаусылар сафтарын тулыландырған кешеләр һаны ла арта.
“Башҡортостанға тәҙрә ас” проекты киң танылыу яулап, ҡалала тыуған яҡ буйынса сәйәхәтте әүҙем үҫтереүгә этәргес бирҙе. Хәҙер үҙе өсөн республиканың гүзәл төбәктәрен асҡан кешеләр артҡандан-арта бара. Иң мөһимен аңлағыҙ: был мөғжизәле төбәк– беҙҙең байлыҡ. Беҙҙән бер нимә – уны һаҡлау талап ителә.