Байрам кәйефенә сара башланыр алдынан яуып үткән ямғыр ҙа ҡамасаулай алманы. Балаларҙың шат көлөү тауыштары, дәртле музыка, ҡыҙыҡлы конкурстар, бүләктәр – былар бөтәһе байрамда ҡатнашыусылар күңелендә тәрән тәьҫир ҡалдырҙы. Уҡыусылар, уҡытыусылар, йәш шарандарҙың ата-әсәләре бөтәһе лә ҡәнәғәт ине.
Был ғына ла түгел әле. Янғын һүндереү йә иһә полиция машина-һы геүләүенә, ҡотҡарыусылар кейеменә битараф бала юҡтыр ул. Янғын һүндереүселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең ысын эш ҡоралдарын, техникаһын һәм һаҡлағыс костюмдарын теләһә ҡайһы йәштәге бала ҡыҙыҡһынып ҡарай. Барлыҡ теләүселәр өсөн янғын һүндереү часы, полиция бүлеге, газ хеҙмәте машиналары эргәһендә экскурсия ойошторолдо. Иң шуҡтар батутта һикерҙе. Барыһына ла күңелле ине!