1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына. Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ. Еләкте шәкәр менән ҡушып, 5-6 сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торорға кәрәк. Һуңынан мин 30-40 минут ҡайнатам да, таҙа банкаларға һалып, капрон ҡапҡастар менән ябып баҙға төшөрәм. Ҡайнатма бик тәмле килеп сыға, боҙолмай.