+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2019, 19:31

“Үлемһеҙлек полк”ы Благоварҙа

Хәҙер бер нисә йыл инде 9 майҙа Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында «Үлемһеҙлек полк»ы Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-илһөйәрлек акцияһы ойошторола.

Хәҙер бер нисә йыл инде

9 майҙа Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында «Үлемһеҙлек полк»ы Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-илһөйәрлек акцияһы ойошторола. “Үлемһеҙлек полк”ының төп бурысы – һәр ғаиләлә һуғышта еңгән быуын хаҡында иҫтәлек һаҡлау. Был акция Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм тере ҡалған, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан быуынға арнала.

“Үлемһеҙлек полк”ы халыҡты берләштереүсе фактор ҙа ул. Районыбыҙҙа акция йылдан-йыл киң ҡолас ала бара, унда ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл да ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды.

Акция сиктәрендә район башлығы Юрий Коземаслов, етәкселәр, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, мәктәп уҡыусылары ҡулдарына Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙарының фотоһүрәттәрен тотоп, үҙәк урамдар буйлап, район үҙәгендәге Мәңгелек ут янына юл алды. Урамдар буйлап атлағанда уларға олатай-өләсәйҙәрен, туған-дарын, яҡындарын һуғышта юғалтҡан башҡалар ҙа бик теләп ҡушылды. Ил азатлығы өсөн ҡорбан булған ҡаһармандарыбыҙ оло байрам көнөндә ана шул рәүешле иҫәндәр менән бергә “сафҡа баҫты”.

“Үлемһеҙлек полк”ында ҡатна-шыусылар бергәләшеп фронт йырҙарын башҡарҙы, бер-береһен байрам менән ҡотланы, ҡулдарында портреттарын алып барған ата-бабаларының тарихтары менән уртаҡлашты.

Һәр портрет – үҙе бер тарих, иҫтәлек. Батырҙарҙың даны мәңгелек, күпме һыуҙар аҡһа ла, улар тураһында хәтирәләр халыҡ күңеленән юйылмайынса, быуындан быуынға тапшырылып килер. Ә “Үлемһеҙлек полк”ы акцияһы Геройҙар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Читайте нас: