+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 12:58

Тормош матур, йәшәү татлы...

Марсель Мөсәүиров мартайында Йомаҙыбаш ауыл халҡын үҙенең яңы концерт программаһы менән һөйөндөрҙө.

Марсель Мөсәүиров март айында Йомаҙыбаш ауыл халҡын үҙенең яңы концерт программаһы менән һөйөндөрҙө. «Тормош матур, йәшәү татлы...» тип аталған программа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам тамашаһы булды. Яңы концерт программаһында БР-ҙың атҡаҙанған артисы Данил Нуриханов, Баулы егете, балалайкала виртуоз уйнаусы Илъяс Гәрәев, йырсы Ләйсән Хәсәншина («Салауат» йыр театры артисткаһы, «Татар моңо – 2017» лауреаты) һәм ауылдашыбыҙ, Туймазы татар дәүләт драма театры актёры, йырсы һәм телевидение алып барыусыһы, шоумен Марсель Мөсәүиров сығыш яһаны.
Ябай халыҡ артист кешене йондоҙҙар менән сағыштырһа ла, ауыл халҡына йырсы Марсель Мөсәүиров «Йомаҙыбаш ауылы урамдарында уйнап үҫкән Марсель» булып ҡаласаҡ. Эйе, бала, үҫмер сағы, ғөмүмән, бар тормош юлы Йомаҙыбашта үткән уның. Концерт программаһындағы йыр-ҙары араһында «Тыуған ауылым – Йомаҙыбаш» клибы бик тә йөкмәткеле булды. Программала лирик, шаян, халыҡ, йырҙары айырыуса матур яңғыраны. Марсель Мөсәүировтың был байрамды зарығып көткәне уның тамашасы менән аралашыуынан – һәр йырында тиерлек, тамашасы янына төшөп, бергә йырлауынан һиҙелеп, күренеп торҙо.
Марсель беҙҙең Йомаҙыбаш ауылының йондоҙо. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Уның тауышын, сәхнә ижадын яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ул үҙе лә бик алсаҡ кеше. Йәш һәм популяр булыуына ҡарамаҫтан, «йондоҙ» сире менән дә ауырымай. Концерттарына бик күптәр яратып килә. Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда уҙа торған һәр сарала ла беҙ Марселдың моңло, матур йырҙарын йыш ишетәбеҙ, ул һәр ваҡыт беҙҙе тыңлап, булған мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, саҡырыуыбыҙҙы ихлас ҡабул итеп, сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.
Марсель Марат улының, 2012 йылдан театр өлкәһендә эшләй башлағандан бирле, ролдәре лә күп йыйылған. Яратҡан ролдәре тип Илгиз Зәйниев ижад иткән «Әрем еҫе» спектакленән Сәйәр образы, Шекспирҙың «Тиҫкәрегә ауыҙлыҡ»тан Люченцио, И. Абдул-линдың “Тиле йәшлек” әҫәренән Хәнифте, А.Коровкин яҙған “Түткәйҙәр” пьесаһынан Ирек рол-дәрен билдәләй ул. Күп тамашасылар уны шулай уҡ “Йырым булһын бүләккә” телетапшырыуының алып барыусыһы булараҡ та таный. Һәм өр-яңы Матур ТВ-ла “Матур моң илендә” телепроекты“ның алып барыусыһы булараҡ Башҡортостандың башҡа райондарында ла танылыу алған ул.
Тәбиғи һәләте, ҡабатланмаҫ, сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы – барыһы ла йырсы һәм актёрҙың юғары профессиональ сифаттары тураһында һөйләй. Үҙе уйнай, йырлай, һөйләй, бейей, оҙон юлдарға сығып сәйәхәт тә итә, ә иң мөһиме – ауылдаштарын онотмай. Яңынан-яңы концерттары менән һөйөндөрөп тора.
Бер тында үткән концерт ошолай итеп аҙағына ла килеп етте. Марсель шулай уҡ йәй айҙарындағы байрамдарға саҡырып, улар ҡайҙа, ҡасан уҙаһын билдәләне.
Бер тупраҡта аунап үҫкән, тыуған ауыл күкрәгенән типкән йылға-һыуҙарын эскән, бер һуҡмаҡтан атлап киткән ауыл балалары ваҡыт еткәс тә таралыша. Тыуған ауылына ҡунаҡ булып ҡына ҡайта. Эсер һыу, йыйыр ризыҡ ситтә булғанға, бергә осрашып күрешеүҙәр һирәк була шул. “Ауыл байрамдары” иһә бөтә ауылдаштарҙы үҙенә йыя, осраштыра, үткәндәр хаҡында йылы хистәр менән иҫкә алырға форсат бирә. Үткән йәй Марсель ауылдаштарын “Киске уйын” проекты тип исемләнгән ауыл байрамы менән һөйөндөрһә, быйыл 29 июндә ошо проектты дауам итеп, яңылыҡтар индереп, яңы осрашыуҙарға саҡы-рып ҡалды.
Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, был тормошта ниндәй генә дәрәжә һәм уңыштарға ирешһә лә, бының менән ауылына, ауылдаштарына рәхмәтле булырға тейеш. Осрашып-күрешеп, аралашып йәшәү матур ғәҙәт, күркәм ғәмәл. Бындай байрамдар алға табан да дауам итәсәк, тимәк!
Марсель Марат улына көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл булғаны өсөн рәхмәт әйткем килә. Ижад шишмәләре мул һыулы булып, ташып тороуын теләйем. Уй-теләктәре киң, тыуыр таңдары тыныс, һаулығы ныҡ, ғүмерле, бәхетле булһын.
Читайте нас: