+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 12:46

“Беҙ дуҫлығыбыҙ менән көслө!”

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йәрмәкәй тарихы биттәре" марафон-фестивале район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы тарафынан башланып китте һәм Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған ине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йәрмәкәй тарихы биттәре" марафон-фестивале район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы тарафынан башланып китте һәм Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған ине.
Йәрмәкәй мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолған ине, был ауыл халҡының күп төрлө мауығыуҙары тураһында һөйләй. Үҙҙәренең иҫ китмәле эштәрен “Еләккәй” (Ялан Шишмә ауылы), “Василёк” (Күпсәнәй), “Теремок” (Һуҡҡул) балалар баҡсалары, Һуҡҡул һәм Ялан Шишмә мәктәптәре уҡыусы-ларының ижад коллективтары күрһәтте. Алһыу Кашапованың бисер менән башҡарылған картиналарын һәм Галина Васильеваның сигеүле һөлгөләрен ҙур ҡыҙыҡһы-ныу менән ҡаранылар.
Һәм бына тамаша залында тулы аншлаг. Сараны асыу тантанаһы театрлаштырылған тамаша – тарихи миҙгелдән башланды һәм беҙҙе XVIII быуат башына – Һуҡҡул ерлеге территорияһында милләт, халыҡ, ауылдар барлыҡҡа килгән ваҡытҡа алып китте. Ижад призмаһы аша үҙешмәкәр артистар биләмәнең данлыҡлы тарихы тураһында һөйләне. Шул уңайҙан Һуҡҡул татар фольклор коллективы һәм Ялан Шишмә "Мерчень" фольклор коллективы йырҙары яңғыраны. Бөйөк Ватан һуғышы темаһын да ситләп уҙманылар, "Землянка" (уҡытыусылар коллективы), "Рәсәйҙең тол ҡатындары" ("Ҡайынҡай" мордва коллективы) йырҙары яңғыраны. Фестивалдең иң йәш ҡатнашыусылары "Катюша" бейеүен тәҡдим итте. Күпсәнәйҙән "Зангари" фольклор ансамбле хеҙмәт көндәре тураһында һөйләне. Дәртле таҡмаҡтар менән тамаша-сыларҙы Ефросинья Макарова һөйөндөрҙө, сәхнәлә ул 67 йыл, быйыл уға 90 йәш тула.
Был көндө Һуҡҡулдың "Миләшкәй", "Серҙәштәр" фольклор коллективтары, Анастасия Вождаева, Гөлфиә Маннанова, Тамара Григорьева, Валентина Спиридонова, әсәле-ҡыҙлы Ләйсән һәм Азалия Сөләймәновалар башҡарыуында бик күп матур йырҙар яңғыраны. Матур костюмдар, милли мотивтар, яңғырауыҡ тауыштар, йыр-бейеү, дәртле һәм тулҡынландырғыс сығыш тамашасылар күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәр номер алҡыштарға күмелде.
Уңыштың яртыһы концертты алып барыусыларға ла бәйле, тиҙәр. Илмира Сулпанова һәм Олег Никитин был бурысты бик оҫта башҡарҙы. Шул рәүешле Олег Михайлович үҙенең тәжрибәле етәксе, яҡшы конферансье ғына түгел, талантлы башҡарыусы ла икәнен иҫбатланы. Ул "Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар" йырын өс телдә башҡарҙы.
Cара аҙағында ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Ғәлимов фестиваль программаһында ҡатнашыу-сыларҙың барыһына ла, әһәмиәтле сараны юғары кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фестиваль-марафон штандарты Спартак ауыл Советы ауыл биләмә-һе башлығы Флүзә Ғәфүроваға тапшырылды.
Фестиваль ысын мәғәнәһендә милли мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ байрамы булды.
Читайте нас: